газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Февраль 2020, 10:53

Маҡсаттары - халҡыбыҙ рухын нығытыу

Аҙна башында ҡала хакимиәтендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Сарала мәҙәниәт учреждениелары директорҙары, уларҙың урынбаҫар-ҙары, төрлө йәмәғәт ойошмалары рәйестәре ҡатнашты. Кәңәшмәне бүлек начальнигы Әлфиә Тимербулатова асты. Ул 2019 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, 2020 йылға бурыстарҙы билдәләне. Шулай уҡ быйыл Башҡортостанда үтәсәк ҙур сара - IV Бөтә донъя фольклориадаһына ла туҡталды.
- Уҙған йыл беҙҙең өсөн бик мәртәбәле булды. Йыл дауамында бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына бағыш-ланған 4 меңдән ашыу сара уҙғарылды. Унда 376 238 мең кеше ҡатнашты. 2020 йылда ла бихисап иҫтәлекле даталар көтөлә. Иң мөһиме - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы билдәләү. Башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән 2020 йыл Башҡортос-танда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Мөһим даталарға бәйле, мәҙәни кисәләр үткәрелә башланы ла инде. Әйтәйек, йола буйынса йыл да уҙғарылып килгән «Еңеү салюты» фестивале быйыл да гөрләне. IV Бөтә донъя фольклориадаһы - бөтә донъя халыҡтарын берләштергән ҙур мәҙәни сара булып тора. Фольклориаданы Салауатта 24 июлдә ҡаршы аласаҡбыҙ. Беҙгә 200-ҙән ашыу сит ил кешеһенең килеүе көтөлә. Бөтә мәҙәни саралар Ленин майҙанында уҙасаҡ. Күләмле сараға әҙерлек күптән башланды. Уны лайыҡлы үткәреү өсөн бөтә көстө һаласаҡбыҙ, - тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы.
Әлфиә Ринат ҡыҙы шулай уҡ ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ҡалала йәшәгән халыҡтарҙың мәнфә-ғәтен бер тигеҙ күреп, һәр милләттең йолаларын, мәҙәниәтен тергеҙеүгә булышлыҡ итеп йәшәүе һәм эшләүе тураһында ла әйтергә онотманы.
- Бөгөнгө көндә ҡалала Салауат башҡорт дәүләт драма театры, музыка колледжы, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге, «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы, 11 филиалы менән үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре, картиналар галереяһы, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, «Юрматы» мемориаль комплексы уңышлы эшләп килә. Ҡалала 28 халыҡ һәм өлгөлө сәнғәт коллективтары булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй, беҙҙең эшмәкәрлеккә оло баһа булып тора. Ҡалала уҙғарылған мәҙәни сараларҙа һәүәҫкәр артистарыбыҙ әүҙем ҡатнаша, улар араһында күренекле коллективтар бар. Артабан да тырышып, илһамланып хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Мәҙәниәт эше тупланып хеҙмәт итеүҙе талап итә. Бергә, берҙәм булғанда ғына эштәр алға бара. Уңыштар менән бергә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Уларҙы ла бергәләп хәл итергә кәрәк, - тине ул.
Артабан һүҙ сығыш яһаусыларға бирелде. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Фаягөл Аҙнаева музейҙа башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалау буйынса башҡарылған эштәр, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры урынбаҫары Айгөл Ҡәҙерғолова китапханалар эше, уларҙа ниндәй саралар уҙғарылыуы, ҡайһы проекттарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире Гөлнара Хәйбуллина китапханасыларҙың бурыстары, үҙҙәренең филиалында асылған түңәрәктәр хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Салауат башҡорт дәүләт драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире Динә Бәширова театрҙа ҡуйылған спектаклдәр, гастролдәр менән ҡайҙа барыуҙарын, проекттарҙа ҡатнашыуҙарын, яулаған уңыштарын, еңеүҙәрен, киләсәккә пландарын бәйән итте.
Кәңәшмәнең бер үҙенсәлеген билдәләп үтергә кәрәктер - ул тулыһынса башҡортса уҙҙы. Быға ҡарата Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров та үҙ фекерен белдерҙе.
- Бөгөн кәңәшмәнең башҡортса үтеүе күңелгә бигерәк яҡын булды. Бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Ҡоролтай алдында ла ҙур ғына бурыстар тора. Киләсәктә өлкәндәр өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстарын асырға йыйынабыҙ. Йәштәр ҡоролтайын төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Бындай ойошма күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһында уңышлы эшләй. Иҫегеҙҙә булһа, элек Һабантуй Ағиҙел буйында үтә торғайны. Халыҡ шул саҡтарҙы һағынды. Беҙ ҙә быйыл Иҙел буйында ошондайыраҡ байрам - көрәш турнирын уҙғарырға иҫәп тотабыҙ. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың бульварын төҙөкләндереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла үҙ өлкәһе буйынса ентекле һөйләне. Ҡала халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур, бик тә кәрәкле эш башҡара. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, - тине Азат Шәрип улы.
Читайте нас: