газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Февраль 2020, 10:59

“Класташтар” үҙ тамашасыһын көтә

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында өмөтлө, йәш режиссер Илшат Мөхөтдинов “Класташтар” тип аталған яңы премьераһын сәхнәгә сығарырға йыйына. Спектакль нимә тураһында, унда ниндәй проблемалар күтәрелә, кемдәр ҡатнаша - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн Өфө режиссеры менән әңгәмә ҡороп алырға булдыҡ.

- Илшат Ғәзим улы, үҙегеҙ тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреп китегеҙсе.
- Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға индем. Армияла хеҙмәт итеп ҡайттым һәм 2010 йылда Өфө сәнғәт академияһына режиссура бүлегенә уҡырға индем. Практиканы Мәскәүҙә Вахтангов исемендәге театрҙа үтеүем дә һайлаған һөнәремә ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттырғандыр, тип уйлайым. Уҡып бөтмәҫ элек үк өйләндем, кәләшем, ҡыҙым бар.
- Тәүге ҡуйған әҫәрегеҙ?
- Өфө “Нур” татар театрында ҡуйған Мансур Ғиләжевтың “Алтынбәк һәм Алтынсәс” спектакле. Яҡшы ғына килеп сыҡты. Спектакль һаман йәшәй, әле булһа уны ҡуялар. Өфөләге шәхси театрҙа бер спектаклде сәхнәгә сығарҙым. Театр лабораторияларында күп ҡатнаша башланым. Атап әйткәндә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һин пьеса буйынса эскиз әҙерләргә тейешһең. 25-ләгән лабораторияларҙа ҡатнаш-ҡанмындыр. Ҡанаттарымды тап шунда нығыттым, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Татарстанда Әлмәттә шундай лабораторияларҙың береһендә М.Огневаның әҫәре буйынса эскиз тамашасылар призы һөйөүен яуланы. Шунан минең менән бәйләнешкә инеп, уны спектакль итеп сығарырға тәҡдим иттеләр. Әлмәттә бынан башҡа тағы өс спектакль ҡуйҙым, Ҡазан, Быуа театрҙары менән дә эшләргә тура килде. Дөйөм алғанда, сәхнәгә 12-ләгән әҫәр сығарғанмындыр. Бына хәҙер, күреүегеҙсә, мин һеҙҙә, Салауатта. Театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырҙы бында.
- Ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ? Нимәһе менән ул үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте?
- Бында бик күп көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында уйлап та ҡарағаныбыҙ юҡ. Шуларҙың береһе - үҫеш үҙенсәлектәре менән айырылып торған балалар.
- Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара?
- Ике инвалид бала яҙмышы хаҡында. Уларҙың береһе - һуҡыр була, икенсеһе һөйләшә алмай. Ата-әсәһе сабыйҙарҙы бала табыу йортонда уҡ ташлап китә. Бәхеткә, малайҙарҙы бик хәлле ғаилә тәрбиәгә ала. Хатта өлкән балаға операция яһатып, күреү һәләтен тергеҙәләр. Шул ваҡыттан алып ағаһы ҡустыһы өсөн йәнен фиҙа ҡыла башлай. Уның менән бөтә ергә лә бергә бара, өлкән булһа ла, ҡустыһы менән бер класта уҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә балаларҙы тәрбиәгә алғандан һуң, биш мәктәпте алыштыра. Малайҙарҙы коллективта ҡабул итмәйҙәр, көләләр. Тик бына һуңғыһында ғына улар үҙ кешегә әйләнә. Ләкин тәүҙә бында ла хәлдәр шәптән булмай. Ниндәй осраҡтан һуң класташтарының уларға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүен спектаклде килеп ҡарағас белерһегеҙ. Серҙәрҙең бөтәһен дә асып бөтөрмәйем, ҡыҙығы ҡалмаҫ.
- Был әҫәр менән тамашасыға нимә еткерергә теләйһегеҙ?
- Беҙҙең илдә нисек ҡабул ител-гән? Әгәр сәләмәтлек мөмкинлек-тәре сикләнгән кешене күрһәләр, уға шикләнеп ҡарайҙар, ҡурҡалар, ҡабул итмәйҙәр. Йәмәғәтселек алдында торған иң ҙур һәм ҡатмарлы бурыстарҙың береһе - уларҙы йәмғиәткә ылыҡтырыу. Был тема тураһында бик күп уйландым. Үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре менән шәхсән аралашҡаным булды һәм уларҙан бик ҡурҡыныс һүҙҙәр ишеттем: “Балам теге донъяға минән иртәрәк китһә ине. Минән ҡалһа, ул бер кемгә лә кәрәкмәйәсәк”. Йән өшөткөс һүҙҙәр бит. Ә ни өсөн шулай килеп сыға? Сөнки ул бала социализация үтмәгән, кешеләр, йәштәштәре менән аралашмаған, махсус мәктәптән башҡа бер нимә лә күрмәгән, дуҫтары ла юҡ. Уларҙың да йәшәүгә хаҡы бар, бындай сабыйҙарҙы йәмғиәттән айырырға ярамай - ошоларҙы аңлатҡым килә халыҡҡа. Ярай әле һуңғы йылдарҙа инклюзив белем биреү үҫешә башланы. Йәғни, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡәҙимге мәктәптә уҡый, тиҫтерҙәре менән аралаша ала. Тағы шуныһы ҡыуаныслы, үрҙә әйтелгән кеүек, ошондай балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүсе ғаиләләр етерлек. Уларға, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Спектакль, башлыса, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
- Спектаклдә нисә кеше ҡатнаша? Төп ролдәрҙе кемдәр башҡара? Уларҙы бүлгәндә нимәгә таянып эш иттегеҙ?
- Спектаклдә 13 актер ҡатнаша. Өлкән малайҙы Әмир Үтәбаев уйнай, ә уның ҡустыһын Айнур Синәғолов башҡара. Әмирҙә кеше хәленә инә торған, башҡаларҙы яҡлай торған эске көс тоям. Шуға тап ул ошо ролгә тура килә. Ә Айнурға үтә лә ҙур яуаплылыҡ йөкләтелгән - инвалид баланы уйлағанда сикте үтеүҙән һаҡланырға кәрәк. Актерҙың был яҡшы килеп сыға. Спектаклдәге уҡытыусы роле ҙур һоҡланыу тыуҙыра. Ул балаларҙы айырып ҡарамай. Был ролде Нәркәс Йомағужина башҡара. Шәп актриса, иҫ киткес уйнай.
- Салауат актерҙары менән һеҙгә эшләү нисек? Ауырлыҡтар, ҡатмарлыҡтар килеп сығамы?
- Яңы төркөм менән эшләгәндә һәр ваҡыт адаптация тигән нәмә була. Бындай этап күптән үтелде. Салауат артистарының тәртипле, әҙәпле булыуы бик оҡшай. Ундай кешеләр менән эшләү һәр ваҡыт рәхәт.
- Премьера 6 мартта буласаҡмы?
- Эйе. Премьера көндөҙ уҡыусы-ларға һәм студенттарға күрһәтеләсәк. Теләгән кешеләр ҙә килеп ҡарай ала.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: