Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында билдәле әҙибә менән осрашыу үтте. Уның ижадына арналған кисә йылы мөхиттә аралашыу һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған ҡыҙ Өфөлә медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын беҙҙең ҡалалағы 20-се медик-санитар бүлегендә башлай. Салауат ҡалаһында ул үҙенең тормош иптәше, ул ваҡытта ҡала прокуроры булып эшләп йөрөүсе Зәки Монасип улын да осрата. Улар ғаилә ҡороп, ике игеҙәк ҡыҙ үҫтерә. Һуңынан инде улар баш ҡалала донъя көтә. Бала саҡта рәссам булыу хыялы, ижадҡа һөйөүе Дилә Булгакованы шиғриәт, проза донъяһына алып килә. Төп һөнәре медицина менән бәйле булһа, ул буш ваҡыттарында шиғырҙар, нәҫерҙәр, пьесалар, хикәйәләр, юморескалар, балалар өсөн әкиәттәр ижад итә. Ижадсының әҫәрҙәре халыҡ араһында киң танылыу ала, шиғырҙары көйҙәргә һалына. Дилә Хәмзә ҡыҙы ике тиҫтәнән ашыу китап, ике йөҙҙән ашыу йыр авторы. «Ҡыр ҡаҙҙары», «Үпкәләмә», «Зәңгәр күҙле ҡыҙға», «Устарыма һал һин, йөрәгемде» һәм башҡа шиғырҙарын композиторҙар, ижадташ дуҫтары оло сәхнәгә сығара.
Осрашыуҙы “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының “Йондоҙҙар” берек-мәһе “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры менән башлап ебәргәндә залдағы халыҡтың йырға ҡушылыуы ла әҙибә һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙың ни тиклем популяр булыуын иҫбатланы. Артабан да Дилә Булгакова һүҙҙәренә яҙылған бик күп йырҙар, ул ижад иткән шиғырҙар яңғыраны. Осрашыуға Бөтә донъя татарҙар конгресы вәкиле Алмаз Нурғәлиев, Башҡортостан “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы рәйесе Люциә Вафина, республикабыҙҙың дин, йәмәғәт ойошмалары вәкил-дәре килгәйне. Улар үҙҙәренең сығыштарында әҙибәнең ижады менән һоҡланыуын, күңелдәренә яҡын булыуын белдереп, тағы яңынан-яңы ижад емештәре менән шатландырыуҙарын теләне. Рәсәйҙең Баш мөфтөйө ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров Үҙәк Диниә назараты, “Әннәби” йәмиғ мәсете исеменән Дилә Булгаковаға Сәнғәттә һәм мәҙәниәттәге хеҙмәте, мәғрифәтселеге өсөн миҙалын тапшырҙы.
Әҙибә менән осрашыуға йыраҡтан килгән ҡунаҡтар һуңынан “Әннәби” йәмиғ мәсетенең хәләл ризыҡлы кафеһына саҡырылды. Рәмил хәҙрәт Насиров уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршылап, һый-хөрмәт күрһәтте. Бында ла сара йылы аралашыу мөхитендә дауам итте. Рәмил хәҙрәт Насиров дин һәм башҡа йәмәғәт эштәрендә актив тормош алып барған кешеләрҙе миҙалдар менән бүләкләне. Ҡунаҡтар, үҙ сиратында, Дилә Булгакова менән осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.