Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2020, 11:27

Сәхнә яңырһа, эштәр тағы ла гөрләр

Ҡалала берәй сара Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында үткәрелмәй ҡалғаны бармы икән? Бик һирәктер. Рәсми йыйылыштар, мәҙәни кисәләр, һөнәри конкурстар булһынмы - ошо учреждение барыһын да үҙенә йыя. Театрлаштырылған ташамалар, концерттар ҡуйыла.

Әлбиттә, сараларҙың барыһы ла тамаша залында уҙа. Ҡараусыларға ла, сәхнәнә сығыш яһаусыларға ла уңайлы булһын өсөн әлеге ваҡыттағы тамаша залы заман талаптарына яуап бирергә, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылырға тейеш. Бөгөн Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайының ни бары ҙур булмаған экраны һәм техник яҡтан иҫкергән, таушалған тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалы ғына бар. Уныһының да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡеүәте һәм тауыш таҙалығы бик яҡшынан түгел.
Ошо проблемаларҙы хәл итергә теләп, учреждение коллективы республикала уңышлы эшләп килгән урындағы башлағыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән. Тәү сиратта, улар “Уңышҡа юл” территориаль йәмәғәт үҙидаралығын төҙөгән. Бөтә коллектив, ҡала халҡы һәм балалар киләсәктә Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайының тамаша залында яңы ут-тауыш ҡорамалы барлыҡҡа килеүенә өмөт итә.
- Бихисап саралар үткәрелеүҙән тыш, беҙҙең үҙәктә төрлө йүнәлештәге берләшмәләр ҙә уңышлы эшләп килә - хореографик, спорт, театраль, вокал һәм башҡалар. Талантлы педагогтар балаларға өҫтәмә белем бирә. Шуға күрә заманса тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарының булыуы бик мөһим. Проектта еңеп сығыуыбыҙға өмөт итәбеҙ. Уңыш йылмайһа, киләсәктә урындағы һәм төбәк кимәлендәге сараларҙы юғарыраҡ һәм сифатлыраҡ итеп үткәрергә мөмкин буласаҡ, коллектив гөрләп эшләүен дауам итер, - ти Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы директоры Инна Ғәлиева.
Читайте нас: