газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2020, 12:00

“Ә таңдар бында тыныс”

Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Катрина Душанбаеваның студияһында тәрбиәләнеүселәр Борис Васильевтың повесы буйынса “Ә таңдар бында тыныс” спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Уны театрҙың актерҙары Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар сәхнәгә ҡуйҙы. Артист булырға хыялланған егет-ҡыҙҙарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә актер һөнәренең серҙәренә төшөндөрөргә, сәхнәлә уйнарға өйрәтергә тура килә уларға. Педагогтарҙың тырышлығы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай - спектакль юғары кимәлдә, бер тынала үтте.

Камила Сафиканова, Жасмин Аюпова, Дилара Ғәйнетдинова, Анна Пимонова, Анастасия Осогосток, Глеб Лучшев остаздарының бөтә кәңәштәрен тыңлап, бар тырышлыҡтарын һәм оҫталыҡтарын һалып, образдарҙы тамашасы күңеленә еткерерлек итеп уйнаны.
- Беҙҙең студия Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында оҙаҡ йылдар эшләп килә. Хәҙер Салауат ҡалаһын да үҙебеҙ өсөн астыҡ. Бик ауыр тема һайланған. Һуғыш күрмәгән, актерлыҡ белемдәре булмаған үҫмерҙәрҙең һәр береһе үҙ ролен тамашасыға еткерә алды. Залдағылар бик матур ҡабул итте, барыһы ла тиерлек күҙ йәштәрен һөртөп ултырҙы. Реквизиттар, декорациялар бик уңышлы һайланған, бында режиссерҙың эшен бик юғары баһалар инем. Ошо спектаклде сәхнәгә сығарыуҙа ярҙам иткән театр етәкселегенә, актерлыҡ оҫталығына өйрәтеүсе педагогтар Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндарға, “Арлекин” театр студияһы етәксеһе Радик Ғәлиуллинға һәм уның тәрбиәләнеүселәренә рәхмәтлемен, - ти студия директоры, “Бабич”, “Беренсе республика”, “Шағир көндәлеге” фильмдарының кастинг-директоры Катрина Алек ҡыҙы.
Ул үҙенең студияһын дүрт йыл элек асҡан. Был мәктәп актерлыҡ оҫталығына, үҙеңде ышаныслы тотоу серҙәренә өйрәтә, профессиональ сәхнәлә сығыш яһау, фильмдарҙа, клиптарҙа, рекламаларҙа төшөү мөмкинлектәрен аса.
- “Ә таңдар бында тыныс” повесын юҡҡа һайламаныҡ, сөнки ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һәм студияла шөғөлләнгән балаларҙың һанына тап килә. Был төркөмдө өс ай элек тупланыҡ. Улар ошо ваҡыт эсендә актерлыҡ серҙәренә өйрәнде, профессиональ сәхнәгә сыҡты. Тамашасының ҡабул итеүенә ҡарағанда, минеңсә, спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. Һөҙөмтә бар, был бик шатландыра, - ти студияның педагогы, театр артисы, Өфө сәнғәт институтының режиссер бүлеге студенты Рафаэль Ғәйнуллин.
Ошо бер сәғәтлек драмала һуғыш, кеше ғүмеренең ҡәҙере кеүек фәлсәфәүи темалар күтәрелә. Сәхнәгә ҡуйыусылар һәм ролдәрҙе башҡа-рыусы уҡыусылар ошо тәрән эстәлекле әҫәрҙе тамашасылар күңеленә еткерә алыуын залда ултырыусыларҙың алҡыштарға күмеүенән дә аңларға мөмкин ине.
Спектаклдән һуң студия директоры Катрина Душанбаева йәш артистарға актерлыҡ оҫталығы буйынса курстар үтеүҙәре тураһында сертификаттар, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Гөлфиә Ғәйнетдинова.
Читайте нас: