Йәш саҡ, дәртле саҡ, үҙ юлыңды эҙләгән, тормош йүнәлешеңде билдәләгән саҡ. Азалия ла иҡтисадсы-математик дипломын алһа ла, ғүмерен музыка менән бәйләргә ҡарар итә.
- Элек мин икенсе тормош менән йәшәй инем, шулай ҙа музыка ысынбарлыҡта кем икәнлегемде аңларға ярҙам итте, - тине ул.
Ә унан алда Азалия үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙҙы:
- Оҙаҡ ваҡыт конкурстарҙа, бының кеүек масштаблы шоуҙарҙа ҡатнашырға йөрьәт итмәнем, әммә һуңғы 2 йылда үҙ өҫтөмдә күп эшләйем һәм минең күрһәтерлек һәләтем барлығын аңлайым.
100 кешенән торған жюри алдында сығыш яһауы нисек тулҡынландырғыс булғанын күҙ алдына килтерһәгеҙ ине. Һиңә әллә күпме ҡараш, камералар йүнәлтелгән һәм хаталанырға хаҡың юҡ. Минут ярым эсендә тулы номер күрһәтергә тейешһең. Уйлаһам, әле лә тәнем зымбырлап китә.
“Әйҙәгеҙ, барыбыҙ бергә!” – бик үҙенсәлекле музыкаль тапшырыу. Ул “Россия-1” телеканалында һәр йәкшәмбе эфирға сыға. Вокал проектында ҡатнашыусыларҙың бурысы – хитты 100 жюри ағзаһын да баҫып, күмәкләп йырлау теләге тыуҙырырлыҡ итеп башҡарыу, йәғни конкурсанттың хорына ни тиклем күберәк кеше ҡушылһа, ул шунса күберәк тауыш йыя. Ә жюри билдәле йырсыларҙан, композиторҙарҙан, продюсерҙарҙан һәм башҡа музыка белгестәренән тора.
Азалия Ғәйнетдинова 9 февраль көнө сыҡҡан тапшырыуҙа «Despacito» йыры менән беренсе булып сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ сәхнәгә сыҡҡас та үҙенең тышҡы ҡиәфәте һәм зифа буй-һыны менән шунда уҡ бөтәһенә лә оҡшаны, ә йырлай башлағас, залды дәртләндереп ебәрҙе. Уның йырлауына 99 жюри ағзаһы тороп ҡушылды.
Элек һәр ерҙә яңғыраған был йырҙы күрә алмай инем, ләкин Азалияның башҡарыуы йөрәгемде иретте, тип билдәләне Сергей Лазарев. Юлия Савичева ҡыҙҙы йырлауы, бейеүе һәм үҙенә ышанысы өсөн маҡтаны. Азалия ғорурлыҡ менән Салауат ҡалаһынан булыуын, үҙендә башҡорт-татар ҡанының ағыуын билдәләп үтте.
Был сығарылышта ике йырсы финалға сығып, бер миллион һум өсөн көрәшеүен дауам итә алды. Тапшырыу тамамланғансы, финалға сыҡҡандарҙың исемлеге асыҡланғансы, Азалия беренселекте бирмәне. Беҙҙең ҡала ҡыҙы хәҙер конкурстың финалында бер миллион һум өсөн көс һынашасаҡ. Яҡташтары уның еңеүенә ысын йөрәктән ышана.