газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2020, 11:55

Бабич исемен данлай колледж

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының тамаша залында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған әҙәби кисә уҙғарылды.

Колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әлфиә Иҫәнғолова һәм Гөлфиназ Шәрәфетдинова күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабичев тураһында бик күп мәғлүмәт туплаған. Беҙгә 2017 йылда экранға сыҡҡан “Бабич” фильмынан өҙөк ҡарау форсаты тейҙе. Фильм БР-ҙың 100 йыллығына арналған. I, II курс студенттары шағирҙың шиғырҙарын рус һәм башҡорт телендә берҙәй матур һөйләне.
Колледждың хөрмәтле ветераны, Салауат ҡалаһы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолованың сығышын студенттар ҙа, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. “Ағинәйҙәр” мандолинаға ҡушылып Ш.Бабич һүҙҙәренә таҡмаҡтар башҡарҙы, ҡумыҙҙа уйнаны.
Кисәнең аҙағында ҡунаҡтарға “Балаҫ һуғыу” һәм “Керамика” оҫтаханаһына сәйәхәт ойошторолдо. Һөйләп аңлатҡыһыҙ мөғжизәләр донъяһында йөрөгән кеүек хис иттек үҙебеҙҙе, хатта бында килеп һөнәр алыу теләге менән янып киттек.
Элек тә тирә-яҡта дан тотҡан был уҡыу йортон яңы кимәлгә күтәргән директоры Зөлфиә Ишембәтоваға һәм уның тырыш коллективына һоҡланып, бында белем, һөнәр алыусы студенттар өсөн шатланып ҡайттыҡ.
Гөлнара Сәйфетдинова, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы.
Читайте нас: