Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2020, 10:51

“Шиғыр яҙҙым кистәр ултырып”

“Сатҡылар” ойошмаһында ошо исем аҫтында күңелле осрашыу булып үтте.

Башта быйыл ойошманың 10 йыллыҡ юбилейын нисегерәк үткәреү тураһында кәңәшләшһәк, сараның икенсе өлөшө ҙур шатлыҡлы ваҡиға - китаптарҙың исем туйына арналды. “Сатҡылар”ҙың уңыштары, әленән-әле шиғри йыйынтыҡтарының сығып тороуы ойошманың етәксеһе Нәзирә Ишҡолованың арымай-талмай ижадсыларына ярҙам итеп хеҙмәт итеүендәлер. Уның тырышлығы менән “Сатҡылар” йәшәй һәм ялҡынға әйләнә. Ойошмаға ихлас йөрөүсе ҡәләм тирбәтеүсе шағирәләр үҙҙәренең ижад емештәрен йәмәғәтселеккә тәҡдим итә, айырым китап итеп тә сығара. 10-сы китапхана хеҙмәткәрҙәре инде нисәнсе тапҡыр “Сатҡылар” берекмәһе ағзаларын үҙҙәренең күркәм залында йыйып, уларҙың яңы донъя күргән китаптары менән таныштыра.
Наилә Биктимерованың “Әйтер һүҙем бар әле”, Ишҡәле Дәминевтың “Мөхәббәт тәме - тормош йәме” тигән яңы ғына баҫылып сыҡҡан китаптарын ҡулдарына алыу ҡыуанысы авторҙарҙың дуҫтарын, ижадташтарын бер өҫтәл артына йыйҙы.
Наилә Динислам ҡыҙының был беренсе китабы түгел. Ул үҙенең ижады, бер нисә китабы менән дуҫтарын инде ун йыллап ҡыуандырһа, Ишҡәле Ғарифулла улының шиғырҙары китап булып беренсегә донъя күрә.
Наилә ханымдың ижады менән таныш дуҫтары уны ысын күңелдән ҡотланы. Яңы китабының исеме лә, нимә тураһында булыуын әйтеп тора. Эйе, Наилә ханымдың ижад шишмәһе һис тә һайығыу яғында түгел. Бәлки оҙаҡламай уның тағы ла бер шиғыр йыйынтығын ҡулға алырбыҙ тип ышанабыҙ. Ул күктән йондоҙҙар сүпләмәй, яҙған шиғырҙары тормошсан. Тәбиғәтте яратыуын шиғырҙарында асыҡ тасуирлай:
Сал тирәктәр бөрө тиртер өсөн
Ҡомһоҙланып йылы эсәләр.
Ҡайындар ҙа тубыҡтарын йыртып
Көн битендә ҡар-боҙ кисәләр.
Шиғырҙарын уҡығанда шул тиклем онотолаһың, әйтерһең дә, һин унда тасуирланған тәбиғәт ҡосағындаһың. Йәки иҫең китеп ғашиҡ булған саҡтарыңды иҫләп хыял диңгеҙенә сумаһың.
Ә Ишҡәле Дәминевтың шиғырҙары мөхәббәт, ауылы, Тыуған иленә һөйөү, әсәһенә рәхмәт, дуҫтарына ҙур ихтирам менән һуғарылған. Ул: “Шиғриәт менән яңыраҡ ҡына шөғөлләнә башланым. Баштан үткәндәрҙе, тормош юлдарымды күңел талабы менән шиғри юлдарға һала башланым. Был шөғөлөмдө Нәзирә апай Ишҡолова хуплаһа, беренсе ижадыма фатиха биреүсе Сибәғәт Рахманғолов булды”, - тине. Ижадҡа яңыраҡ тотондом тиһә лә, әйтәһе һүҙен, уҡыусыһына асыҡ, бик аңлайышлы итеп еткерә белгән.
Алыҫтарҙан һине эҙләгәнмен
Йыраҡтарҙан, зәңгәр күктәрҙән.
Һин булғанһың, йәнем, гелән янда,
Яралғанһың керһеҙ хистәрҙән.
Ул шиғриәт менән генә сикләнмәй, “Сатҡылар”ҙың драматургия бүлегенә лә йөрөй. Төрлө образдар тыуҙыра, моңло итеп йырлай. Үҙе ижад иткән ҡыҫҡа ғына интермедияларҙы оҫта итеп тамашасыға еткерә ала.
Гөлсирә Фәйзуллина: “Дәминевтың тәүге ижад емештәре менән яҡындан танышмын. Баҫмаға ебәргәнсе шиғырҙарын бик иғтибар менән уҡып сыҡтым. Тырышһаң, ижадың үҫәсәк, тик яҙ, беренсе китабыңда ғына туҡталып ҡалма”, - тине.
Ишҡәле Дәминов менән Наилә Биктимерова килгән ҡунаҡтарға яңы китаптарын бүләк итте. Ҡәләмдәштәре авторҙарға уңыштар теләне. М.Латыпов, Р.Уразова, Х.Мырҙағолова үҙҙәренең музыкаль номерҙарын бүләк итте. Ҡунаҡтар китапхана хеҙмәткәрҙәренә сараны шулай матур итеп ойоштороп үткәреүҙәренә оло рәхмәттәрен белдереп, күңелле генә таралышты.
Авторы Флүрә Хәзиева
Читайте нас: