газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2020, 16:35

«Ябай кеше булып ҡалғанмын»

Ишембай районының гүзәл, матур тәбиғәтле ауылдарының береһендә Ғүмәрҙә тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Салауат ҡалаһында йәшәүсе Гөлнур Абдуллина тураһында яҙмабыҙ.

Ауылда мәктәптә уҡып йөрөгән сағынан уҡ шиғырҙар яҙа башлай ул. Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, бала саҡ, атай, әсәй, туғандар тураһында уйҙарын ҡағыҙ битенә һалһа, оло кластарға күскәс, күңелен мөхәббәт, һөйөү, лирик шиғырҙар биләп ала. 10-сы класты Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке Ленин исемендәге интернат-мәктәбендә тамамлап, мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә һәм вокал бүлегендә уҡып, уңышлы диплом ала.
Һөнәре буйынса бик оҙаҡ эшләргә тура килмәй Гөлнур апайға. Донъяның ығы-зығыһы менән икенсе һөнәр һайлап, Салауат комбинатында эшләй башлай. Унан һуң Себер яҡтарында ла йөрөп ҡайтырға тура килә гүзәл затҡа. Яңғыҙы ҡыҙы Гөлназға яҡшы тәрбиә, белем биреү, тормош юлына баҫтырыу өсөн бөтә көсөн һала. Тормош ауырлыҡтарына, мәшәҡәттәренә ҡарамай, күңеле менән һәр ваҡыт ижадҡа ынтылған Гөлнур Абдуллина бер ҡасан да шиғырҙар яҙыуынан туҡтамай.
2013 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә урынлашып, бөгөнгө көндә лә унда тырышып хеҙмәт итеп йөрөй. Актерҙар, сәнғәт кешеләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәнгәме, Гөлнур Абдуллина илһамланып, 2015 йылдан шиғырҙарға көй һалып, йырҙар сығара башлай. Әлеге ваҡытҡа уның 80-дән артыҡ шиғыры, 20-гә яҡын йыры бар.
***
Ҡайҙа ҡалды икән бала сағым,
Ни арала уны юғалттым?
Бала саҡтың һуҡмаҡтарын эҙләп,
Ҡайтыр юлдарыма йән аттым.
Ҡалғанмы ул зәңгәр офоҡтарҙа,
Әллә ҡалған төпһөҙ бушлыҡта?..
Башым эйеп, күпме йүгерһәм дә,
Булмаҫ инде ҡыуып тотоп та.
Даръя һыуы булып әллә инде
Ағып китте микән диңгеҙгә?
Эсем тулы ошо һорауҙарға
Яуап бирер микән кем генә?
Эх, осратһам әгәр бала саҡты,
Уйнар инем үсем ҡанғансы!
Етәкләшеп, ауыл урамдарын
Үтер инем арып талғансы.
Ул да бәлки мине һағыналыр,
Осрашыуҙар көтөп илайҙыр,
Һағыныуын илап баҫалмаһа,
Ҡысҡырып та бәлки йырлайҙыр...
Бер-беребеҙҙе нисек һағынһаҡ та,
Булмаҫ инде ҡабат осрашып.
Яҙмыш шулай ҡушҡан - мәңгелеккә
Юлдарыбыҙ киткән аҙашып.
Яҙма
«Бигерәк тә бер ҡатлыһың» - тиеп,
Әсәй миңә әйтә торғайны.
Бер ҡатлылыҡ арҡаһында шулай,
Ябай кеше булып ҡалғанмын.
Эстәремдә серҙәр һаҡламаным,
Рәхәтләнеп, теҙеп һөйләнем.
Сит ҡайғылар уртаҡлаша белдем,
Зәғиф-фәҡирҙәрҙән көлмәнем.
Бер ҡатлыраҡ булдым, булһын әйҙә,
Булһын ялғыштарҙан һыҙлауҙар.
Әммә күңел һүҙем - изге теләк,
Кешеләргә бәхет юрауҙан.
Ябай йән булғанмын, һөйөнәмен,
Тормошом да шуға йәмлелер.
Йәшәү ҡәҙерен, уның матурлығын
Бары үҙем генә беләмдер.
***
Эх, был ғүмер тигәндәре,
Саба ла саба икән.
Сапҡан саҡта арттарынан
Саң-туҙан ҡала икән.
Эх, был ғүмер тигәндәре,
Аға ла аға икән.
Ярһыуынан тулҡындарын
Ҡаға ла ҡаға икән.
Эх, был ғүмер тигәндәре
Иҫә етеҙ елдәрҙәй.
Елдәр менән алып китә,
Минуттарҙы йәлләмәй.
Эх,был ғүмер тигәндәре,
Үтә лә үтә икән.
Тормош ебен бер туҡтауһыҙ
Һүтә лә һүтә икән.
Эх, был ғүмер тигәндәре,
Ҡайҙа шулай ашыға?
Саба, аға, үтә, иҫә,
Туҡтап тормай саҡ ҡына.
Ғумерҙәр бит ике килмәй,
Ғүмерҙәр бит бер генә.
Ғүмереңдең рәхәтләнеп,
Ҡәҙерҙәрен бел генә!

***
Уй-хистәрем менән япа-яңғыҙ,
Көндәр, төндәр, айҙар үткәрәм.
Шатлыҡ-ҡайғыларҙы - барыһын да
Үҙ йөрәгем менән күтәрәм.
Кемгә хәжәт минең үкенестәр,
Күңел ғазаптарым, үткәнем.
Нисә йылдар ғүмер йомғағының
Ебен яңғыҙ ғына һүтәмен.
Шул йомғағым буталып та бөттө,
Тормошом да шулай буталды.
Ғүмер ебен һүтешергә бергә
Яндарымда бер кем булманы.
Читайте нас: