Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Декабрь 2019, 12:55

Һынмаҫ рухлы “Аҡбуҙат”

Бынан 30 йыл элек Салауат ҡалаһында башҡорт милләтенең яҙмышы өсөн борсолоп, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, милли рухты күтәреү маҡсаты менән “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килә. Ойошманы төрлө йылдарҙа ете ир уҙаманы етәкләй. Улар - Мәзит Әминев, Самат Мостафин, Иҙел Хәлимов, Мөхәммәт Тоҡомбәтов, Ислам Мәүлекәсов, Мөхтәр Сабитов һәм ойошманың бөгөнгө рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев.

- Барығыҙҙы ла “Аҡбуҙат” ойошмаһының 30 йыллыҡ юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым, - тип тантананы асты Ишбулат Лоҡман улы. - Бынан өс тиҫтә йыл элек илем, телем, халҡым тиеп янып-көйөп, ошо ойошманы булдырған ветерандарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Улар ойошторған берекмә үҙенә халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, ҡайғыртыусы бик күп кешеләрҙе берләштерә. Беҙ ҡалалағы, республикалағы булған ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекеребеҙҙе, һүҙебеҙҙе әйтеп киләбеҙ. Бигерәк тә телде, ерҙе, тауҙарыбыҙҙы һаҡлауға ҡағылышлы митингтарҙа ҡатнашыу - беҙҙең изге бурыс. Әле ҡала кимәлендә хәл ителергә тейешле проблемалар етерлек: берҙән-бер башҡорт милли баҫмаһы “Салауат” гәзитенең тиражы әҙ, ҡалала башҡорт балалар баҡсаһы юҡ. Ғөмүмән, ойошма алдында торған бурыстар, маҡсаттар ҙур һәм беҙ уларҙы бергәләшеп хәл итербеҙ. Иң мөһиме бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Алып барыусылар “Аҡбуҙат” ойошмаһының 1989 йылда нисек барлыҡҡа килеүе, уның тарихы, ойошма тарафынан башҡарылған бихисап эштәргә лә байҡау яһаны.
“Аҡбуҙат”ты ҡотларға бик күп абруйлы ҡунаҡтар йыйылғайны.
- Халыҡты уның мәҙәниәте һәм үҙаңы билдәләй. “Аҡбуҙат” ойошмаһы ошо йүнәлештә эш алып бара. Һеҙҙең тырышлыҡ менән киләсәктә лә башҡорт милләтенең телен, мәҙәниәтен, рухын һаҡлауҙағы эшегеҙ һөҙөмтәле булыр, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Вил Ғабдрахманов.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Фәнил Моратбаҡыев, “Урал” башҡорт үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров, ҡаланың башҡорт ата-әсәләре комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғолов, Ишембай ҡалаһы һәм районы, Мәләүез районы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡотлау телмәре тотто. Шулай уҡ ҡалабыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, ветерандар советы, “Салауат” гәзите, “Аллағыуат” ойошмаһы, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжынан ҡотлау һүҙҙәре еткерелде.
Был тантаналы көндө ойошма ағзалары йәмәғәт тормошонда активлығы, башҡорт рухын күтәреүгә индергән ҙур өлөштәре өсөн ҡала хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, урындағы башҡорттар ҡоролтайының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә инде тантанала ҡурай, ҡумыҙ, башҡорт йыр-моңдарының яңғырауы, башҡорт бейеүҙәре башҡаралыуы тамашаны тағы ла рухландырып, мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе.
Читайте нас: