газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Декабрь 2019, 12:55

Һикәлтәле сәнғәт юлдары...

Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Вәзих Сәйфуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Һикәлтәле сәнғәт юлдары» тип аталған хәтер кисәһе уҙҙы.

Вәзих Сәйфуллин Салауат театрында оҙаҡ йылдар актер, баш режиссер, художество етәксеһе булып эшләй. Ул үҙен бер өлкәлә лә һынатмай, юғары уңыштарға өлгәшеп эшләй.Уның актерлыҡ эштәре үткерлеге менән айырылып тора. Тап шул осорҙа театр иң яҡшы спектаклдәрҙе күрһәтә: Т.Абдумомоновтың «Ғәфү ителмәй», Ш.Рәхмәтуллиндың «Әжәл алдынан», Т.Ғиззәттең «Ҡыйыу ҡыҙҙар», Ә.Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй» һәм башҡалар. Художество етәксе булараҡ, ул заманса милли драматургтар менән эшләүгә айырыуса иғтибар бүлә.
Сараға режиссерҙың улы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Сәйфуллин, һәм ҡыҙы, РБ Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Зөһрә Сәйфуллина, яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, режиссерҙың талантын хөрмәт итеүселәр, ғөмүмән, театр сәнғәтен һөйөүселәр йыйылғайны. Театр фойеһында режиссерҙың тормошоноң төрлө осорҙарын һүрәтләгән фотокүргәҙмә ойошторолғайны. Театр ветерандары һәм артистары Вәзих Кашап улы ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйҙы, экрандан данлыҡлы режиссерҙың, хәләле Рәйсә Сәйфуллинаның иҫтәлектәре яҙҙы-рылған видеолар, телетапшырыуҙарҙан сюжеттар күрһәтелде. Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсәсәк Шәрипова һәм Риза Мәһәҙиев башҡарыуындағы йырҙар кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Ул көндө Вәзих Сәйфуллин тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.
Яҡуп Шәрипов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
- 1992 йылдан алып мин Вәзих ағай ҡуйған спектаклдәрҙә уйнай башланым. Вәзих Кашап улы ысын остаз да, кәңәшсе лә булды. Талантлы, моңло актерҙарҙы бик яратты. Мине бик шәп “самородок” тип йөрөттө. Ул эшләгән осорҙа гел төп ролдәрҙә уйнаным. «Яр сите»ндә - Әшрәф, «Таштуғай»ҙа - Хәтмулла, «Яран гөл»дә - Ғәли, «Көнләш, Америка»ла - Бәҙретдин һәм башҡалар. Ул ҡуйған спектаклдәрҙе халыҡ яратып ҡараны. Вәзих ағай күңелемдә тик йылы тойғолар ғына ҡалдырҙы.
Рим Әминев, Башҡортостандың халыҡ артисы:
- Ул бик яҡшы кеше ине. Эштә лә, унан тыш та насар уй менән йөрөгәнен бер ҙә хәтерләмәйем. Репетициялар үткәргән ваҡытта ла бер кемгә лә ҡысҡырмай торғайны, үҙен һәр ваҡыт ипле, тыныс тотто. Актерға һәр ролде, образды ентекле аңлатыр ине. Салауат театрының үҫешендә, һис шикһеҙ, Вәзих ағайҙың роле бик ҙур. Ғорурланып әйтә алам, тап ул эшләгән йылдарҙа театрыбыҙ юғары кимәлгә күтәрелде. Вәзих Кашап улы ҡуйған спектаклдәрҙә бихисап ролдәр башҡарырға тура килде: «Ҡыйыу ҡыҙҙар»ҙа - Иҫәнбай, «Бабай урлау»ҙа - Абдулла, «Яран гөл»дә - Зәки, «Кейәү балаҡай»ҙа - Самат роле һәм башҡа бик күптәр. Иҫ киткес шәп режиссер, изге күңелле кеше тураһындағы иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Читайте нас: