газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2019, 12:45

Туған телем - хазинам

Башҡорт теле көнөндә Салауатта ла, бөтә республикалағы кеүек үк, күп кенә саралар уҙҙы. Китапханалар, мәктәптәр ҙә йоланан ситтә ҡалманы.

Башҡорт теле көнөндә Салауатта ла, бөтә республикалағы кеүек үк, күп кенә саралар уҙҙы. Китапханалар, мәктәптәр ҙә йоланан ситтә ҡалманы.
Үҙәк ҡала китапханаһы ул көндө бик ҙур сара әҙерләгәйне. Тәүгеһе «Туған телем - хазинам» тигән әҙәби-музыкаль кисә булһа, икенсеһе - Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында иғлан ителгән “Туған телгә - 100 аҙым” тигән өр-яңы проектҡа ҡушылыуы.
Сараға медицина колледжының 1-се курс студенттары саҡырылғайны. Алып барыусылар йәштәр алдында сығыш яһап, башҡорт теленең матур, яғымлы булыуын һөйләне.
- Башҡорт халҡының теле - уның тормошоноң мәңге шиңмәй торған сәскәһе. Телдә бөтә нимә лә сағыла. Телебеҙҙең матурлығын, нәфислеген арҙаҡлы әзиптәребеҙ, шағирҙарыбыҙ үҙҙәренең илһамлы ижадтары менән халҡыбыҙға еткереп тора. Тик шулай ҙа тел проблемаһы бар, - тине алып барыусыларҙың береһе, хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Йәзилә Хәлимова.
Шулай уҡ студенттарҙы өр-яңы проекттың маҡсаты менән таныштырҙылар.
- Проектты Башҡортостан Республи-каһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм яҙыусылар Союзы башланы. Маҡсаты - йәштәрҙе үҙебеҙҙең башҡорт авторҙарының бай ижады менән таныш-тырыу һәм уларҙың иғтибарын мәҙәни ҡиммәттәргә йүнәлтеү. Исемлектә уҡыусыларға 100 башҡорт әҫәре тәҡдим ителгән. Унда “Урал батыр” халыҡ эпосынан башлап, Салауат Юлаев, Митфтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Спартак Ильясов һәм башҡа авторҙарҙың төрлө жанрҙарҙа яҙған әҫәрҙәре ингән, - тип һөйләне китапханасы Миләүшә Кинйәбулатова.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре “Туған телгә - 100 аҙым” исемле күргәҙмә лә ойошторғайны.
Был проект республика буйынса йыл буйына барасаҡ. Ҡала китапханалары акцияға быйыл уҡ ҡушылған, ә 2020 йылда ошо проектҡа ярашлы китапханаларҙа төрлө саралар үткәрергә ниәтләйҙәр. Улар китап уҡыусыларҙың ярҙамына өмөт итә һәм барыһын да ошо акцияға ҡушылырға һәм исемлектә булған китаптарҙы уҡый башларға саҡыра. Китапты уҡып сығыу ғына түгел, әҫәргә баһа ла яҙып алып килергә була, ул осраҡта конкурста ҡатнашыусылар иҫәбенә инергә мөмкин. 100 әҫәрҙең исемлеген интернеттан һәм дә «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ки-тапхананың сәхифәһенә инеп ҡарап була.
Байрамды балалар музыка мәктәбе уҡыусыларының матур сығыштары йәмләне. Студенттар ҙа кисәгә буш ҡул менән килмәгәйне - улар башҡорт халыҡ шағирҙарының телгә арналған иң матур шиғырҙарын һөйләне.
Читайте нас: