газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2019, 13:10

Туған тел ул - тойғо теле, моң теле

Башҡорт теле көнөнә арналған сараны уҙғарыу өсөн «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ҡаланың балалар-үҫмерҙәр китапханаһына йыйылды.

Башҡорт теле көнөнә арналған сараны уҙғарыу өсөн «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ҡаланың балалар-үҫмерҙәр китапханаһына йыйылды.
Алып барыусы Гөлнара Сәйфетдинова йыйылыу-сыларҙы сәләмләп, башҡорт теленең барлыҡҡа килеү, үҫешеү тарихына туҡталды. Шул уҡ ваҡытта телгә ниндәй хәүеф янауы тураһында ла әйтергә онотманы.
- Берләшкән милләттәр ойошмаһының мәғлүмәт-тәренә ҡарағанда, Ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай, шул иҫәптән 2009 йылда башҡорт теле лә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған телдәр атласына индерелгән. Бының төп сәбәбе - башҡорт балаларының күбеһенең үҙ-ара туған телдә һөйләшмәүе. Халҡыбыҙ борон-борондан үҙ телен ҡәҙерләгән, һаҡлаған. Телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау - беҙҙең изге бурыс, - тине Гөлнара Нәғим ҡыҙы.
Халҡы өсөн көйөп йәшәгән шәхес, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолованың сығышы бик фәһемле булды.
- 1990 йылда ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошма-һы барлыҡҡа килгәс тә, уның ағзаһы булып ингәйнем, шул ваҡыттан бирле тел мәсьәләһе минең өсөн беренсе урында. Ул ваҡыттарҙан алып бик күп эштәр эшләнде. Бөгөн мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға айырым туҡталып үткем килә. Бала үҙ телен яҡшы белһен өсөн, тәү сиратта, дәреслектәрҙе үҙгәртергә кәрәк. Унда ниндәй эштәр бирелгәнен бала түгел, ҡайһы саҡта хатта өлкәндәр аңлай алмай. Был проблема электән үк күтәрелә килһә лә, быға иғтибар итеүсе булманы. Шөкөр, әлеге республика етәксеһе был хәлгә йөҙ менән боролдо һәм ҡатмарлы әҫәрҙәр менән уҡыусыларҙың башын ҡатырмаҫҡа, һөйләү телмәрен үҫтерерлек ябай китаптар булдырыррға ҡушты. Тағы шуны әйткем килә - тәрбиә ғаиләлә башлана. Ата-әсә башҡортса аралашмаһа, бала ҡайҙан һөйләшһен? Бөгөн етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырышҡан булабыҙ. Ошо инәйҙәр ҡатнашлығындағы саралар йәш быуынға ярҙам булыр, тип уйлайым, - тине Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы.
Йыйылыусылар башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡыны, ҡумыҙ ҙа сиртте. Флүрә Хәзиева, Фәниә Сатучина үҙҙәренең телгә арналған шиғырҙарын тәҡдим итте. Сара сәй табыны артында дауам итте.
Читайте нас: