газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2019, 13:05

Өфө ҡунаҡтарын һоҡландырып ҡайтҡандар

Декабрь башында «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең ижади коллективтарына республиканың мәртәбәле сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Декабрь башында «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең ижади коллективтарына республиканың мәртәбәле сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
3 декабрҙә «Надежда» рус халыҡ ансамбле, «Һандуғас» татар халыҡ ансамбле, «Родники Агидели» сыуаш халыҡ ансамбле, уларҙың солистары Руфина Фәхретдинова, Виктория Лукинская һәм Лилиә Әмировалар Өфөгә юл тотто. Улар Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡалабыҙҙың башҡа коллективтары менән берлектә Салауат менән таныштырыу сараһында уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
6 декабрҙә баш ҡаланың ВДНХ комплексында халыҡ оҫталарының күргәҙмәһе уҙҙы. Унда республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан ҡул оҫталары йыйыла. Улар алдында «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең «Дуҫлыҡ» башҡорт халыҡ ансамбле лайыҡлы сығыш яһай. Был сара һәм унан алған тәьҫораттары хаҡында ансамблдә шөғөлләнеүсе Ишҡәле Дәминов бына нимә һөйләй:
- Ниндәй генә эшкә маһир түгел республикам халҡы: таштан, ағастан киҫеп эшләнгән сувенирҙар, биҙәнеү әйберҙәре, кейеҙҙән баҫып эшләнгән кейем-һалым, йорт-кәрәк яраҡтары, сигеү эштәре һ.б. Бигерәк тә бәйләм эштәре менән бай ине күргәҙмә: шәлдәрҙең төрҙәрен һанап бөтөрлөк, бәйләнгән күлдәк, итәктәргә һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел. Әйткәндәй, беҙҙең Салауаттан «Көмөш тәңкә» ансамбленең ағзаһы Гөлсинә Ниғмәтуллина үҙенең эштәрен тәҡдим итте.
Беҙҙең «Дуҫлыҡ» башҡорт халыҡ ансамбле ошо ҡул оҫталары алдында сығыш яһаны. Үҙебеҙгә бүленгән ваҡыт эсендә «Тирләтәү», «Ҡарабай», «Гөлнәзирә», «Сонайым», таҡмаҡтар һәм етәксебеҙ Альбина Ғайфуллина яҙған «Башҡортостан» тигән композицияны күрһәттек, ҡумыҙҙа ла уйнаныҡ.
Аҙаҡ алып барыусылар тағы сығыш яһауыбыҙҙы һораны. Сәбәбе - бер нисә райондан төркөмдәрҙең һуңлауы. Шулай итеп, ярты сәғәтлек программа тулы бер концертҡа әйләнде. Альбина Ғайфуллина ҡобайыр, Хәнә Мырҙағолова, Венера Искәндәрова, Миңнур Хәкимова һәр береһе айырым, ә Римма Шамбазова менән Фәнис Садраевтар дуэт менән йырлап тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.
Беҙҙең сығышты күргәҙмәлә ҡатнашыусылар, урындағы эшмә-кәрҙәр һоҡланып ҡараны. Салауаттар, афарин, тип дәррәү алҡыштарға күмеп, ҡат-ҡат сәхнәгә сығыуыбыҙҙы һоранылар. Салауатта шундай һәйбәт башҡорт төркөмө бар икәнен белмәгәйнек, күберәк сығыш яһағыҙ, тип ҡул ҡыҫып киткәндәре лә булды.
Был көндө «Ағиҙел»дә «Зимушка-зима» тигән конкурс үтә ине. Беҙ Өфөгә китешләй ҡатнашып булмаҫ, тип ҡул һелтәп киткәйнек. Әммә бәхетленең байрамы бергә тиҙәрме, Хоҙай ярҙамы менән ваҡытында ҡайтып етеп, был сараға ла ҡушыла алдыҡ. Улай ғына түгел, жюри беҙҙең ансамблгә икенсе урын биреп, дипломға лайыҡ булдыҡ.
Шундай шәп беҙҙең ҡыҙҙар һәм етәксебеҙ Альбина Ғайфуллина.
Читайте нас: