газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2019, 11:25

Таҡыя ғына башлы ҡырлы ҡурай

Күптән түгел Салауат музыка мәктәбендә республиканың көньяҡ төбәгенең балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары өсөн «Ҡурайға уйнарға өйрәтеү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тип аталған семинар уҙғарылды.

Сарала республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурсанттары лауреаттары Фәйез Шәрипов менән Илһам Байбулдин ҡатнашты. Фәһемле осрашыуға Ишембай, Ғафури, Стәрлебаш райондарынан, Ҡырғыҙ-Миәкәнән һәм Йомағужа ҡасабаһынан педагогтар килгәйне. Семинарҙа ҡурайҙа уйнау ваҡытында тамаҡ менән өзләү үҙенсәлектәре тураһында һнҙ алып барылды.
Фәйез Вилдан улы менән Илһам Ханнан улы оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Уларға мин дә ҡушылдым. Белгестәр менән бергәләп башҡорт халыҡ музыка ҡоралында виртуоз уйнау алымдарын күрһәттек. Заманса шарттарҙа ҡурайҙа уйнау мәсьәләләре лә күтәрелде.
Семинарҙа ҡатнашыусылар сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне һәм артабан да ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә, тигән уртаҡ фекергә килде.
Вәсил ТЕМИРОВ,
Салауат музыка мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы.
Читайте нас: