газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2019, 12:15

Моңланып бер йырлап алһаң, хис-тойғолар тарала

Сәхнәнән талғын ғына йыр ағыла. Был моң күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, үҙ тулҡынында бәүелтеп, әллә ҡайһы даръяларға алып китә. Йыр күптән инде кешенең тормош юлдашына әүерелгән. Ул күңеллегә ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс, һәр кемдең күңел торошона, зауығына ҡарап - үҙ йыры, үҙ моңо, тигәндәй. Профессиональ йырсыларҙың үҙ йәме, ә бына халыҡ араһынан сығып, кешеләрҙе үҙҙәренең башҡарыу оҫталығы менән әсир итеүселәр айырым иғтибарға лайыҡ. Рәйлә Уразаева ана шундай моң алиһәләренең береһе.

Хәҙер ябай кешеләр араһында йыр-моңға ғашиҡ булғандарҙың үҙ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлектәре киң. Ҡала-райондарҙа төрлө үҙешмәкәр ансамблдәр эшләп килә, уларҙа шөғөлләнеп сәхнәлә сығыш яһарға була. Шулай уҡ йыр конкурстары ла ойошторолоп тора, теләгең булһа, әйҙә, күрһәт үҙеңде. Сәхнәлә сығыш яһай башлауына оҙаҡ йылдар үтһә лә, Рәйлә Зубханғол ҡыҙы яңыраҡ беренсегә үҙен йыр бәйгеһендә һынап ҡарарға йөрьәт иткән һәм «Туған тел» телеканалы үткәргән «Һәләт» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә «Вокал-соло» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаты булып ҡайтҡан.
Сығышы менән Ейәнсура яҡтарынан булған Рәйлә апай мәктәптә, һуңынан Салауатҡа килеп төҙөүселәр училищеһында уҡығанда ла, бейеүгә өҫтөнлөк бирә. Һөнәр алғас ғүмер буйына, хаҡлы ялға сыҡҡансы комбинатта эшләй.
- 1995 йылда «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында директор булып эшләгән Зөлфиә Сәфиева мине конкурста ҡатнашырға саҡырҙы. Ул мин уҡыған училищела тәрбиәсе булып эшләгәндә, беҙҙе бейеүгә өйрәтә торғайны. Шул конкурста ҡатнашыуымдан сәхнә тормошо башланып китте лә инде, - тип иҫләй ул.
Ошо ваҡыт арауығында Рәйлә Уразаева “Илһам шишмәһе”, “Умырзая”, “Дуҫлыҡ” ансамблдәренең аҫыл ташы була. Әлеге ваҡытта ул “Һандуғас” ансамб-лендә йырлай. Моң эйәһенә йырлау һәләте ата-әсәһенән бирелгән. Әсәһе лә, атаһы ла оҫта итеп йырҙар башҡарған була. Рәйлә апайҙың күңеленә һалмағыраҡ, моңло йырҙар ятышлы. Ул сәхнәлә тап шундай йырҙарҙы үҙенә генә хас моң менән башҡарыуы арҡаһында тамашасыларҙы әсир итәлер ҙә. Уның йырҙары интернет киңлектәрендә лә йөрөй. Бына «Туған тел» телеканалы вәкилдәре лә ошо виртуаль донъяла башҡарылған йырҙарын күреп, конкурста ҡатнашырға саҡыра.
- Был «Һәләт» тигән конкурс өсөнсө йыл үткәрелә. Сентябрь айында “Урмандарҙа йөрөнөм” халыҡ йырына клип төшөрҙөк. Йырҙы үҙем һайланым. Клип төшөрөлгәс, “Туған тел”дән уны бер ай буйына күрһәттеләр. Шунан комиссия һайлап алғас, мине гала-концертҡа саҡырҙылар һәм 1-се урын менән бүләкләнеләр. Сара бик күңелле, Яңы йыл кисәһе һымағыраҡ үтте. Концертҡа тиклем фестивалдә ҡатна-шыусы төрлө яҡ ҡыҙҙары менән менән интернет аша танышып, дуҫлашып бөткәйнек, шуға күрә күптәнге таныштар кеүек ҡосаҡлашып күрештек, аралашып, бергәләшеп фотоға төштөк. «Һәләт» фестивален ойоштороусы, композитор, йырсы Лилиә Вахитова яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Миңә бик тә оҡшаны, - ти Рәйлә Зубханғол ҡыҙы.
Конкурста бер беҙҙең республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә ҡатна-шалар. Быйыл хатта Италия-нан да килгән булғандар. Фестивалгә Салауаттан “Һан-дуғас” ансамбле лә бара. Улар икенсе урын ала.
Был конкурс ҡалабыҙ йырсыһын ныҡлы ҡанатлан-дырған, илһамландырған. Ул тағы ла үҙен ижади бәйгеләрҙә һынап ҡарарға теләй.
- Йырлап йәшәүе күңелле. Йәшерәк саҡта ла эштән ҡайта инек тә, балаларҙы, ғаиләне ҡарайбыҙ ҙа, «Алмаз» мәҙәниәт һарайына йүгерәбеҙ. Оҙаҡ йылдар йыр коллективтарында ҡатнашып йөрөгәс, хәҙер ҙә ынтылып торам. Хаҡлы ялда үҙебеҙгә ләззәт алып, дәртләнеп йөрөйбөҙ. Бөтә тормош мәшәҡәттәренән дауа ул. Донъя матур, балалар үҙ аллы тормош көтә. Биш ейәнем үҫеп килә. Уларҙың да уңыш-тарын күреп ҡыуанам. Ошолар тормошобоҙҙо күңеллерәк, күркәмлерәк итә. Алдағы көндә лә йырҙы юлдаш итеп йәшәргә насип булһын! - ти Рәйлә Уразаева.
Читайте нас: