газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 13:11

“Кейемдәрең һинең – талир тәңкә”

Мәләүез, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Йылайыр, Бөрйән райондары һәм Күмертау, Салауат ҡалалары ағинәйҙәре 22 ноябрҙә Күмертау ҡалаһына төбәк-ара “Ағинәйҙәр” йыйынына йыйылды. Был юлы осрашыуҙың төп темаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәренә ҡағылышлы булды һәм “Кейемдәрең һинең – талир тәңкә” тип аталды.

Күмертау ҡала башҡорттары ҡорол-тайының башҡарма комитете рәйесе Әлфиә Шәмиғолованың, “Ағинәй” ойош-маһы етәксеһе Рәйсә Шәрипованың һәм мәктәп уҡытыусыларының, ҡала ағи-нәйҙәренең был сараны үткәреүгә күп көс һалғандары М.Исҡужин исемендәге 13-сө мәктәпкә барып инеү менән күҙгә ташланды. Бар ерҙә лә байрамса биҙәлеш, уҡыусылар килгән һәр бер ҡунаҡты туған телдә матур шиғыр һөйләп, йырлап ҡаршы алды.

Күмертау ҡалаһы ағинәйҙәре, уҡыусылар һәм балалар баҡсаһынан бер төркөм кескәй ҡыҙ һәм малайҙар менән сәхнәлә яңы күлдәк ҡотлау йолаһын сәхнәләштереп күрһәтте. Шиғырҙар һөйләү, йырҙар йырлау, бейеү башҡарыу, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре менән таныштырыу – барыһы ла бер-бер артлы ғына барҙы.

Көйөргәҙе районы Яҡут ауылынан килгән ағинәйҙәрҙең күлдәктәренә айырыуса иғтибар бүленде. Кер күтәрмәле, бер генә балитәкле күлдәктәрен көндәлектә лә, ҡунаҡҡа ла кейеп йөрөрлөк тип таптылар. Камзулдары ла ыҡсым ғына. Ә инде Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылынан килгән ағинәйҙәрҙең түшелдерек-һаҡалдары үҙҙәренең ырыуҙарына ғына хас итеп эшләнгән, тәңкәләре лә боронғо көмөштән икәнлеген белдек.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Өфө ҡала-һында 2020 йылда үтәсәк Башҡо-ртостан “Ағинәйҙәр” йыйынына һәр бер район, ҡалаларҙағы ағинәйҙәр ойошмаһынан икешәр кеше барасағы тураһында әйтеп үтте. Кейгән милли кейемдәре баштан-аяҡ булған йола-ларға ярашлы, ырыуҙың үҙенсәлектә-ренә таянып эшләнергә тейеш, тине.

Төрлө ерҙән килгән ағинәйҙәр ҙә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәт-те. Күмәкләшеп тә, яңғыҙ ҙа йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Беҙ, Салауаттан барған ағинәйҙәр, мандолинаға ҡушылып ҡумыҙҙа бейеү көйҙәрен уйнаныҡ.


Читайте нас: