Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 12:41

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” тарих биттәрен аса

Тиҙҙән Салауат театры сәхнәһендә театрҙың баш режис-серы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтша Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым” драмаһын сәхнәгә сығарасаҡ.

Инсценировка авторы - ҡаҙаҡ яҙыусыһы Олжас Жанайдаров. Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Премьераға күп тә ҡалманы, шуға күрә Илсур Юлай улынан спектаклдең ҡайһы бер нескәлектәрен белешергә ҡарар иттек.

- Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығы айҡанлы тап ошо тарихи әҫәрҙе һайланым. Бында Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро, шул заманда йәшәгән тарихи шәхестәр һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары ла үҙәктә тора. Шулай уҡ башҡорт бейҙәренең тормошо, Туҡтамыш хан, Аҡһаҡ-Тимерҙәр менән мөнәсәбәттәре генә түгел, йән әрнеткес мөхәббәт тарихтары ла урын алған. Иҙеүкәй менән Мораҙым башҡортттоң яҙмышын хәл иткән батырҙар итеп күтәрелерме, әллә тарихҡа бүтәнсә ҡараш ташланырмы - уныһын тамашасы премьераны килеп ҡарағас, үҙе әйтер, - ти режиссер.

Ролдәрҙе бөтә театр артистары башҡара. Шулай уҡ премьераға инсценировка авторы Олжас Жанайдаровтың килеүе лә көтөлә. Ҡаҙаҡ яҙыусыһы быға тиклем дә беҙҙең театрҙа «Бер, ике, өс» спектаклен ҡуйғайны. Уны тамашасылар йылы ҡабул итте. Спектаклдә иң көнүҙәк булған тел проблемаһы күтәрелгән. Тиҙҙән был спектакль менән театр артистары Ҡазанға фестивалгә юлланасаҡ.

Премьераны тамашасылар 7 декабрҙә күрә ала.


Читайте нас: