Китапханасы Татьяна Валл ижади бәйгегә күреү һәләтен юғалтҡан 18 йәшлек Денис Харьковты әҙерләй. Күптән түгел улар бик шатлыҡлы хәбәр ала - Денис Гран-при яулаған! Денисты ҡотлау өсөн тифлоүҙәккә йөрөүселәр китапханаға йыйылды.
- Китапханабыҙҙа 2014 йылда тифлоүҙәк асылғандан алып инвалид балалар араһында ойошторолған республика конкурстарында даими ҡатнашабыҙ. Һүҙ юҡ, 1-се, 2-се урындар ҙа булды, Рәхмәт хаттары менән дә бүләкләндек. Ә быйылғы еңеүебеҙ бигерәк оло - Гран-при! Беҙ «Мостайҙың тере һүҙе» номинацияһын һайланыҡ һәм өс минутлыҡ видеоролик эшләп ебәрҙек. Кадр артында Денис тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында шиғыр уҡыны. Юғары баһа алыуыбыҙға шатбыҙ. Киләсәктә лә сәлә-мәтлек мөмкинлектәре сик-ләнгән балаларҙы ошондай конкурстарға күберәк ылыҡ-тырыу маҡсатын ҡуябыҙ, - тип һөйләй Татьяна Васильевна.
Денис та үҙенең кисергән тәьҫораттары менән уртаҡ-лашты.
- Бик шәп бәйге булды. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 150-нән ашыу, ә беҙ һайлаған номинацияла 75 кеше ине. Шулар араһында оло наградаға лайыҡ итеүҙәре көтөлмәгәнерәк булды. Еңеүемә һаман да ышанып етә алмайым. Һәләтемде күреп, ышаныс белдереп, конкурсҡа әҙерләгән Татьяна Валлға, китапхана директоры Светлана Янгало-ваға, ҡала һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Анна Бестужеваға сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм, - тине Денис.
Светлана Янгалова китап-халарында күреү һәләте менән проблемалары булған кешеләргә айырым иғтибар бүленеүен билдәләне.
- Быйыл, «Аныҡ эштәр» проектына ярашлы, Брайль китаптары алдыҡ. Киләсәктә бындай әсбаптар бөтә китап-ханаларҙа ла барлыҡҡа килергә тейеш. Күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр мәғлүмәтте ҡулдары аша ала бит. Тактиль китаптар уларға донъяны танып белергә ярҙам итә, - тине Светлана Александровна.
Ул шулай уҡ талантлы Денис Харьковҡа Диплом һәм шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримованан шәхсән һәм китапхананан бүләктәр, китапханасы Татьяна Валлға БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.