газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2019, 11:07

Йәш таланттарҙың оло еңеүе

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләп килгән «Арлекин» өлгөлө балалар студияһы уңыштары менән һоҡландырыуын дауам итә.

Әле яңыраҡ улар Өфө ҡалаһынан тағы ҙур еңеү алып ҡайтты - балалар һәм йәштәр театрҙарының 1-се республика фестивалендә Гран-при яула-нылар. Ике көн барған сарала 19 театр коллективынан 200-ҙән ашыу кеше сығыш яһаны. «Арлекин»дар тамашасы һәм баһалама ағзалары иғтибарына Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса спекталь тәҡдим итте.

Дүшәмбе көн театрҙа «Арлекин»дарҙы ҡотлау танта-наһы уҙҙы. Сараға ҡала хаки-миәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынба-ҫары Дилбәр Мостафина, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова килгәйне.

Иң башта һүҙ театр директоры Илдар Маннаповҡа бирелде.

- Тағы бер оло еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, йәш талант-тар. Бөгөн һеҙҙең турала бөтә республика һөйләй, теле-видениенан күрһәтәләр, киң матбуғат сараларында яҙалар. Афарин, тип кенә әйтергә ҡала. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, киләсәктә лә ҙур уңыштар яулауығыҙҙы теләйбеҙ, - тине ул.

Дилбәр Радик ҡыҙы ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилиов исеменән балаларҙы ҡотланы.

- Һеҙҙең кеүек шәп йәштәр бар икән, тимәк, ҡалабыҙҙың киләсәге ышаныслы. Бөтә республикаға үҙегеҙҙе иң һә-ләтлеләр итеп иҫбат иттегеҙ. Әлфиә Кәримова ла режиссер-ҙың тап ошо әҫәрҙе һайлауына бик шат булыуын белдерҙе. Бирелеп, бөтә күңелегеҙҙе һалып уйнайһығыҙ, тимәк, әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ барғанын яҡшы аңлайһығыҙ. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре мәңгелек булырға тейеш. Ижадын артабан да өйрәнегеҙ, әҫәрҙәрен уҡығыҙ, - тине урынбаҫар.

Осрашыу йылы мөхиттә, сәй табыны артында үтте. Өлкәндәр балаларҙың уңыш-тары менән ҡыҙыҡһынһа, студия тәрбиәләнеүселәре алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Балалар әҫәрҙе алдан уҡ уҡып сыҡҡан. Төп геройҙарҙың береһе - Ғаб-дулланы уйнаусы Дмитрий Сафроновҡа геройының ғәҙел булыуы, һәр ваҡыт иптәш-тәренең хәленә инә белеүе оҡшаған. Яҡуп ролендәге Артем Мизгулин малайҙың ауырлыҡтарҙан ҡурҡмауын ба-һалаған. Влад Швыдкый был пьесала бөтә нәмә ысынбарлыҡ кеүек, ябай ауыл тормошо асыҡ һүрәтләнә, ти.

Өлкәндәрҙең, етәкселәрҙең дөйөм тырышлығынан башҡа юғары һөҙөмтәләргә ирешеп булыр инеме икән? Ай-һай, юҡтыр. Абруйлы еңеү яулаған-да кисергән хис-тойғоларын белер өсөн студия етәксеһе Радик Ғәлиуллинға мөрәжәғәт итәм.

- Ошондай мәртәбле фести-валдә Гран-при алыу, әлбиттә, ҙур ваҡиға. Балалар бик шат, еңгәндәрен ишеткәс, күмәкләп күҙ йәштәренә күмелделәр. Жюри ағзаларынан да юғары баһа алдыҡ, улар беҙҙең турала бик йылы фекерҙәр әйтте. Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла сәхнәгә күтәрелеп, ошондай әҫәрҙе сәхнәгә сы-ғарған өсөн ҙур рәхмәт әйтте, студияла бик талантлы бала-лар шөғөлләнеүен белдерҙе. Мостай Кәрим фондынан бүләк-тәр ҙә таратты, - ти Радик Наил улы.

Спектаклдең уңышы, күп осраҡта, уның декорацияһына ла бәйле була. Был йәһәттән ҡуйыусы рәссам Антон Бледных бик тырышҡан. Ҡатлы-ҡатлы, гел әйләнеп тороусы ҡоролмаларҙа Бөркөтлө ауылының ысын тормошо сағыла. Йылғаларҙың шаулап ағыуына, унда йөҙгән кәмәләргә һоҡланмаҫлыҡ түгел. Бындай декорацияны уйлап табыуға нимә этәрҙе, тип ҡыҙыҡһынам рәссамдан.

- Бөйөк шағирҙың үҙелер, моғайын. Ул батырлыҡ тураһында яҙа, шуға күрә, декорацияның да ябай, бәләкәй булыуы мөмкин түгел ине. Әҫәр бик ғәжәйеп, күңелгә яҡын, - тине ул.

Ошондай бейек ҡоролмалар-ҙа балаларҙы үҙҙәрен ышаныс-лы тоторға, һәр хәрәкәтте, аҙым-ды уйлап, теүәл башҡарырға хореограф Гөлнәзирә Сәфиул-лина ярҙам иткән.

Балаларҙан тыш, спектаклгә өлкәндәр ҙә йәлеп ителгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфирә Сәфи-уллина - өләсәй, йәш актер Радмир Дәүләтбаев Шәрифулла ағай ролен уйнай.

Фестивалдә еңгән өсөн студия 70 меңлек сертификат менән бүләкләнгән. Уны аппаратура, кәрәкле йыһаздар алыуға тотонасаҡтар. Студияла шөғөлләнеүсе балаларҙың күбеһе кем буласағын хәл итеп ҡуйған да инде.Театр юлынан китәсәкбеҙ, ти улар. Ошондай еңеүҙәр йәш таланттарҙы ҡанатландыра ла, илһамланып эшләргә дәрт тә бирә.


Читайте нас: