газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2019, 11:12

Китаптар байрамы

“Сатҡылар” әҙәби берекмәһенең ҡәләм оҫталары өсөн ҙур ҡыуаныс булып бер юлы дүрт яңы китабы донъя күрҙе. 13 ноябрҙә ҡалабыҙҙың 10-сы китапханаһына тап ошо баҫмаларҙың байрамына йыйылды шиғыр һөйөүселәр.

Йәй башында Гөлнас Моратова “Әкиәттә ҡунаҡта” тип аталған балалар өсөн китабы менән таныштырһа, көҙ айында ул үҙенең ҡәләмдәштәрен тағы ла яңы китап байрамына йыйҙы. Балалар өсөн “Балдан татлы баласаҡ” һәм “Ауылым ауаздары” исемле китаптар һәр кемгә яҡын, таныш, ауыл тормошо, ҡош-ҡорт, хайуандар тураһындағы дүрт юллыҡ шиғырҙары һәм төҫлө һүрәттәре менән бала саҡ илен тасуирлауы менән матур тәьҫораттар ҡалдыра.

“Йәшәр өсөн килгәнбеҙ” тигән китап өс шағирәнең ижад емештәренән тора. Стәрле-баш районының Ҡабаҡҡыуыш ауылында тыуып үҫкән өс ҡыҙҙың күңелдәрендәге әйтер һүҙҙәре шиғырға әүерелеп бер йыйынтыҡҡа тупланған.

Люциә Аралбаева үҙенең шиғырҙарында ата-әсәһенә, туғандарына һөйөүен, яҡын-дарының ваҡытһыҙ мәңгелек донъяға китеүҙәренә көйө-нөүен, яҙмыш юлдарында абынып ҡалмаҫ өсөн йәшәү көсө табырға кәрәклеге һәм рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү ниндәй ҡыуаныс икәнлеге тураһында яҙа.

Гөлнас Моратованың тәүге шиғырҙары “Сатҡылар” сығар-ған йыйынтыҡтарҙа ла урын алған. Шиғри юлдар аша ул тыуған яғына, яҡындарына булған һөйөүен еткерә, туған тел мәсьәләһенә, дингә, рух көсөнә булған ҡарашын белдерә.

Фәниә Сатучинаның ши-ғырҙары “Сатҡылар” әҙәби берекмәһе барлыҡҡа килгән-дән алып, китаптарҙа, гәзит-журналдарҙа баҫылып килә һәм улар күп төрлө темаларҙы яҡтырта. Фәлсәфәүи шиғыр-ҙары күп кенә урынды алып торһа, көлкөлө, юмор менән яҙылғандары ла байтаҡ.

“Йән тартмаһа ла, ҡан тарта” исемле дүртенсе китап-ҡа интернет селтәрҙәрендә барған сәсәндәр әйтешендә ҡатнашыусыларҙың әйтештәре ингән. Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған “Салауат әйтеше” республика сәсәндәр бәйге-һендә Гөлнас Моратова менән Фәниә Сатучина әүҙем ҡатнашты. Быйылғы сәсәндәр бәйгеһенә Салауат районына Гөлнас Моратова барһа, 2018 йылда үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһенә Фәниә Сатучина саҡырылғайны.

Гөлнас Моратова һүҙҙәренә Нәзирә Ишҡолова ижад иткән “Ҡыр ҡаҙындай остом” тигән йырҙы Миңлесара Суфиянова башҡарыуында тыңланыҡ. Фәниә Сатучина һүҙҙәренә Риф Сәлишев яҙған “Йәшлегем эҙҙәренән” тигән йырҙы Зөлфиә Бирҙеғолованың йырлауы китап байрамына айырыуса йәм өҫтәне.


Читайте нас: