Ноябрҙең һуңғы йәкшәм-беһендә Әсәләр көнөн уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Шул уңайҙан ҡаланың балалар-үҫмерҙәр китапханаһында «Ағинәйҙәр» ойошмаһы «Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - әсә булыуҙа» тип исемләнгән кисә үткәрҙе.
Байрамға ҡала ойошма-ларында тырышып эшләгән, төрлө һөнәр эйәләренә эйә булған әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны.
- Бөгөн мул көҙҙөң сыуаҡ та, бер аҙ моңһоу ҙа мәлендә Әсәләр көнөн билдәләйбеҙ. Донъялағы иң яғымлы, иң матур һүҙ - ул Әсәй. Ауыр саҡта ла, шатлыҡта ла иң тәүҙә әсәй-гә мөрәжәғәт итәбеҙ. Бөгөн ошо залда береһенән-береһе гүзәл ҡатындар, хәстәрлекле әсәйҙәр, яғымлы өләсәйҙәр йыйылған. Форсаттан файҙала-нып, «Ағинәйҙәр» ойошмаһына йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы билдәләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Улар, тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша, ғаилә ҡотон да һаҡлай, - тине «Ағинәйҙәр» клубы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова.
Ул Һуғыш һәм Ҡораллы көстәр ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина исеменән әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар-ға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Рәшиҙә Буранғолова менән Миңнур Ғәбитова кисәне бик йылы итеп алып барҙы, төрлө конкурстар ҙа әҙерләгәйне. Әйтәйек, улар бөтә ингредиенттарҙы әйтәләр, ә хужабикәләр ниндәй ризыҡ тураһында һүҙ барыуын йәһәт кенә төшөнөргә тейеш. Йә иһә, йырҙың бер-ике юлын йырлайҙар, ә тамашасыларға уның ниндәй йыр булыуын әйтергә кәрәк. Ә Гөлнара Сәйфетдинова тапҡырҙарға шәхсән үҙенең исеменән тәмлекәстәр таратты. Уңған хужабикәләр үҙҙәренең тәмле ризыҡтарын бешереү серҙәре менән бүлеште. Ҡул эштәре оҫтаһы Ғәлиә Сәлихова кәбеҫтә бәлешен оҫта әҙерләй икән. Ә Юлдаш ауылынан Таңһылыу апай муйыл ләүеше алып килгән.
Сара йыр-моңға бай булды. Мөнир Латипов гүзәл ханымдарҙы ҡотлап, башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды бүләк итте, ҡурай моңдарын һуҙҙы. Хәнә Мырҙағолованың «Балаҡа-йым» йырын, Фәниә Сатучина-ның мандолинала уйнауын, «Ағинәйҙәр»ҙең Мостай Кәрим-дең «Һаумы, тиҙәр гөлдәр» шиғырына яҙылған йырын да залда йыйылыусылар йылы ҡабул итте. Ишҡәле Дәминов менән Миңзәлә Залилованың оҫта итеп сәхнәләштергән әҫә-рен дә тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Шулай уҡ «Аҡбуҙат» ойошмаһы исе-менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Мәзит Әминев үҙ умарталығында йыйылған хуш еҫле бал менән башҡа тәм-томдар тапшырһа, Рима Үмәрбаева йыр һәм йырҙары яҙылған дискылар бүләк итте.
Сарала «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе етәксеһе Нәзирә Ишҡолова, уның ағзалары Наилә Биктимирова, Нәжибә Фәйзуллина, Фәниә Сатучина, Флүрә Хәзиева ла бар ине. Уларҙың сығыштары бөйөк кеше - Әсәләргә дан йырлау кеүек яңғыраны.