газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2019, 11:04

«Һарығош йыры»

Ҡалабыҙҙың балалар музыка мәктәбе Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Һарығош йыры» мюзиклы менән сығыш яһаны. Был проект 2019 йылда Башҡортостан Башлығының республика мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә ярҙам итеү гранты аҡсаһына ҡуйылған.

Мюзикл бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм сағыу килеп сыҡҡан. Унда бөтә ролдәрҙе музыка мәктәбе тәрбиәләнеү-селәре: Снежана Брагина, Роксолана Ғәббәсова, Артур Хужиәхмәтов, Мәликә Зәйне-шева, Владислав Попов башҡара. Спектаклдә Салауат музыка колледжы студенттары: Мария Шаронова һәм Денис Кайбышев та ҡатнаша. Тама-шала ошо уҡ мәктәптең халыҡ музыка ҡоралдары оркестры башҡарыуындағы тере музыка яңғырай.

Был сәхнәләштергән әҫәрҙә һылыу ҡыҙ Айһылыу менән батыр егет Булаттың тарихы бәйән ителә. Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы һәм яуыз үгәй әсәнең сихырын еңеп, геройҙар мөхәббәткә һәм бәхеткә ирешә.

Сюжеттың авторы - музыка мәктәбен тамамлаусы ҡыҙ Жанна Мангуткина. Әҫәрҙе сәхнәгә сығарыуға режиссер Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссам Антон Бледных, хореограф Лилиә Зәйнешева, аранжировкалаусы Александр Семенов ҙур тырышлыҡ һала.


Читайте нас: