газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2019, 17:47

Үҙ халҡының ысын уҙаманы

Иҙел Хәлимовтың исеме ҡалала күптәргә таныш. Йырсы, ҡурайсы, яҙыусы, уҡытыусы - күп таланттарҙы үҙенә йыйған шәхес ул. Үткән аҙна «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә, юбилейы айҡанлы, уның ижад кисәһе шаулап үтте.

Сараға ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов, Иҙел Хәли-мовтың тыуған төйәге Ейән-суранан яҡташтары, Өфөнән, Күмертауҙан, Мәләүездән уҡыусылары, фекерҙәштәре, дуҫтары йыйылғайны. Ҡотлау өсөн һүҙ Нил Әнүәр улына бирелде.

- Бөгөнгө юбиляр - башҡорт халҡының сағыу вәкиле булып тора. Ағас тамырҙары менән көслө булған кеүек, милләтебеҙ Иҙел Хәлимов кеүек шәхестәр менән ныҡлы. Донъя күргән китаптарында иленә, тыуған төйәгенә, теленә булған һөйөүе асыҡ сағыла, - тине урынбаҫар.

Ул Иҙел Хәмит улына ҡала хакимиәте башлығы исеменән Маҡтау грамотаһы тапшырҙы. Ә киске мәктәп директоры, шағирҙың хеҙмәттәше Азамат Ниәтшиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» миҙалын тапшы-рыуын халыҡ көслө алҡыштар менән ҡабул итте. Шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров, йәмәғәт ойошмалары рәйес-тәре лә үҙҙәренең ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.

Ғәҙәттә, һәр ижади кисәгә алып барыусылар тәғәйенләнә. Юбиляр иһә, түрҙән урын алып, тыныс ҡына ҡотлауҙар ҡабул итеп ултыра. Ә бында, юбилярҙың үҙе бөтә сәхнәне тотто. Кисәнең башынан алып аҙағына тиклем яттан шиғырҙарын һөйләне, ҡурайын да һыҙҙыртты. Сценарийы ла бик үҙенсәлекле төҙөлгән. Үткән тормош юлын барлап, ул уны «Юл башы», «Башҡортостан - патриотизм», «Мөхәббәт», «Ғүмер» тип аталған өлөштәргә бүлгәйне. Һәр береһенә тематикалы сығыштар әҙерләгән.

Иҙел Хәлимов «Ас тәҙрәңде», «Донъя уртаһы», «Яҙмыш йөгө», «Күңел шәмдәре», «Дан һиңә, Салауатым!», «Һөйөү көсө» китаптары авторы. Сарала уның ижад иткән йырҙары, ҡурай һәм баян моңдары, илһамланып һөйләгән ши-ғырҙар тамашасыны берсә ҡыуандырҙы, берсә уйлан-дырҙы. Театр артистары Ринат Ибәтуллиндың башҡарған шиғырҙарын, Башҡортостан-дың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһариндың йырҙарын халыҡ бик йылы ҡабул итте.

Залдың бик үк тулы булмауы ғына күңелдәрҙе бер аҙ ҡырып ҡуйһа ла, яҙыусы быға үҙ фекерен белдерҙе.

- Бәлки, сара булыуы тураһында етерлек реклама булмағандыр. Ә шулай ҙа, ижад кисәмдә шиғриәтте һәм сәнғәтте яратыусыларҙың, уҡытыусылар һәм сту-денттарҙың, уҡыусыларҙың күп булыуы мине бик һөйөндөрҙө, ҡанатландырҙы һәм ижадыма илһам өҫтәне. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән яҡташтарыма, сәфәрҙе ойошторған уҡыусым, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Мөхәмәтйәновҡа, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге ди-ректоры Суфия Етехановаға, ҡала хакимиәтенә, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеровҡа, «Аҡбуҙат» ойошмаһына һәм дәртләндереп, бар яҡлап та ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм, - тине ул.

Кисә яҙыусының «Дан һиңә, Салауатым!» исемле хор йыры менән тамамланды. Тамашасыларҙың ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы дәртле көйҙәргә бейешеп, оҙаҡ ҡына таралышмауы ла салауаттарҙа көслө рух барлығына инандырҙы.


Читайте нас: