Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 12:10

«Салауат беҙҙең өсөн сит ҡала түгел», - тип белдерҙе Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова

Үткән аҙна ҡалала күп кенә әһәмиәтле саралар уҙҙы. Улар араһында бөйөк шағирҙың ҡыҙының беҙҙең ҡалаға килеүе лә иғтибарға лайыҡтыр.

Әлфиә Мостафа ҡыҙы тәүҙә «Газром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең Хеҙмәт даны музейында булды. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары, ҡала мәктәптәре уҡыусылары башҡорт һәм рус телдәрендә шағирҙың шиғырҙарын һөйләне. Әлфиә Кәримова уларҙы ихласлап тыңланы. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

- Салауат беҙҙең өсөн сит ҡала түгел. Атайымдың һеңлеһе ошонда йәшәне, әсәһе лә уның менән бергә булды. Атайым бында йыш ҡына килер ине. Дуҫтары, таныштары күп булды уның, - тине шағирҙың ҡыҙы.

Сара һуңында Әлфиә Кәримова музейҙа иҫтәлеккә яҙыу ҡалдырҙы. Унда ғаилә-һенең Салауат ҡалаһы менән тығыҙ бәйле булыуын билдә-ләгән. Балаларға бүләктәр ҙә өләште.

Музейҙан һуң Әлфиә Мостафа ҡыҙы билдәле башҡорт рәссамы Рәсих Әхмәтвә-лиевтың күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Ул Мостай Кәримдең рәссамдың ижадын яратыуын, яҡташтар булараҡ уға айырыуса иғтибар һәм ихтирам күрһәтеүен билдәләне.



Павел БИЗИКИН фотоһы.
Читайте нас: