- Беҙҙең уҡыу йорто ла Мостай Кәримгә арналған сараларҙан ситтә ҡалманы. Улай булһа, яҙыҡ та булыр ине, сөнки шағирҙың, ғаиләһенең яҙмышы туранан-тура Салауат ҡалаһы, педагогия колледжы менән тығыҙ бәйле. Былтырғы уҡыу йылы башынан уҡ беҙ «Мостай көндәре»н уҙғара башланыҡ, республика кимәлендәге кон-курстарҙа ла студенттар әү-ҙемлек күрһәтте, - тине Әлфиә Фәрүәз ҡыҙы.
Сараға ошо уҡыу йортон тамамлаған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт-кәре, Рәсәйҙең һәм Татар-стандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры Шәүрә Ғилманова, педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортос-тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәшиҙә Буранғолова, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова саҡырылғайны. Уларҙың һәр береһе бөйөк шағир менән шәхси осрашҡан, аралашҡан.
Билдәле тележурналист Шәүрә Ғилманова бөйөк шағир-ҙың тормошо һәм ижады тура-һында оҙаҡ йылдар дауамында үҙенсәлекле видео һәм аудио-материалдар йыйыуға өлгәшкән.
- Кәримовтар ғаиләһе менән нисек таныштым? Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе Сәлисә Кәримова 1970 - 1982 йылдарҙа Салауат педучилищеһы директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне. 15 йәшемдә ул мине үҙ ҡанаты аҫтына алды, улай ғына ла түгел, хатта әсәйемде алыштырҙы. Уҡып бөтөп, оло тормош юлына аяҡ баҫҡас та, юлдарыбыҙ айырылманы. Шағир менән дә мине иртә таныштырҙы, атайым урынына күрҙем уны. Кәримовтар ғаиләһендә үҙемде сит кеше итеп тойған ваҡытым булманы. Мостай ағай йә икенсе һеңлем, йә икенсе ҡыҙым, тип әйтер ине. Сәлисә апай ағаһы тураһында бик күп һөйләне һәм бер ҡасан да бөйөк шағирҙың апаһы булыуы менән танауын күккә сөймәне. Мостай ағайға килгәндә, уның кеүек кешеләр донъяға бик һирәк тыуалыр. Бөйөклөгө ябайлығында булды. Яҡшы сифаттарын һанап та, әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел. Халҡы, республикаһы өсөн күп эш башҡарҙы, - тине үҙ сығышында билдәле тележурналист.
Шағирҙың ижады буйынса уҙғарылған «Тоталь диктант» еңеүселәре Шәүрә Ғәббәс ҡыҙының ҡулынан грамоталар һәм дипломдар алды, тележур-налист уларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан һәм «Мостай Кәрим фонды»нан бүләктәр тапшырҙы. Экрандан Мостай Кәримдең, ғаиләһенең тормошон сағылдырған яҙма-лары күрһәтелде.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы Гөлсәсәк Шәрипова ла үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Мостай ағайҙың әҫәрҙәре ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле. Уларҙы уҡыу менән тормошҡа ҡарашыңды бөтөнләй үҙгәр-тәһең, йәшәү өсөн көс табаһың. Театрға Мостай ағай йыш килде. Уның менән осрашыу үҙе бер ғүмер булыр ине. Әле лә әҫәрҙәренә даими мөрәжәғәт итәбеҙ. Халыҡ уларҙы ярата, көтә. Шағирҙың апаһы Сәлисә Кәримова эшләгән йылдарҙа уҡырға тура килде миңә. Бик талапсан, үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусы ине. Урынында туҙҙырып әрләй ҙә, шунда уҡ һыуына. Буштан-бушҡа әрләмәй, ә сәбәбе булғанға, - тине Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы.
Педагогик хеҙмәт ветераны Рәшиҙә Буранғоловаға Сәлисә Кәримова менән бергә эшләү бәхете тейгән.
- Мостай ағай үҙебеҙҙә генә түгел, ә ситтә лә бик билдәле шәхес булды. Бәйән итәсәк бер хәл быға асыҡ миҫал булып тора. 1984 йылда туристар төркөмө менән Германияның Дрезден ҡалаһында булдыҡ, ошо ҡала-ның эшселәре менән осраштыҡ. Ул ваҡытта әле республика артыҡ танылмағайны әле. Беҙҙән: «Ҡайҙан килдегеҙ?» тип һорайҙар. «Рәсәйҙән», - тибеҙ. «Рәсәйҙең ҡайһы төбәгенән? Ниндәй билдәле шәхестә-регеҙҙе әйтә алаһығыҙ?» тиҙәр. «Башҡортостандан. Мостай Кәрим, Салауат Юлаев», - тибеҙ. «Әәә, Мостай Кәрим яҡшы таныш. Әле яңыраҡ «Ай тотолған төндә» спектаклен ҡараныҡ», - тинеләр. Ғорурлығымдың сиге булманы.
Йәш кенә килеш училищеға тәүҙә китапханасы булып эшкә урынлаштым. Сәлисә Сәфи ҡыҙы - директор урынбаҫары. Эше ғәләмәт күп, һуңға тиклем ошонда. Уның менән бергә Кесе инәһе йәшәгән икән. Үҙе өлгөрмәгән ваҡыттарҙа төшкө аш мәлендә өйҙәренә барып әсәһен сәй эсереп килергә миңә ҡуша торғайны. Йәшмен, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»ты ла уҡымағанмын, Кесе инәйҙең кемлеген дә белмәйем. Кемгә барып йөрөгәнемде һуңынан ғына төшөндөм. Өфөгә лә барырға тура килде, Мостай ағайҙың ғаиләһе менән йыш аралаштым. Шуның менән сикһеҙ бәхетлемен, - тине Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы.
Сарала Гөлсәсәк Шәрипова менән Рәшиҙә Буранғолова Мостай Кәримдең шиғырына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы, студенттар иһә шағирҙың шиғырҙарын һөйләне. Матур, йәнле осрашыу һәр кемдең күңелендә йылы хистәр ҡалдырҙы.