газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ноябрь 2019, 13:11

«Йөрәк һүҙе»н еткерә артистар

Быйылғы «Йөрәк һүҙе» республика проектында Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова һайлап алыу турын уңышлы үтеп, финалға сыҡты.

- Быға тиклем бындай проекттарҙа бер ҙә ҡатнашҡаным булманы. Әлбиттә, ныҡ тулҡынланам. Беренсенән, тамашасы алдында сәхнәнән шиғыр уҡыуым - тәүгә. Икенсенән, быйылғы «Йөрәк һүҙе» бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арнала. Конкурс ике өлөштән тора. Уның шарттары буйынса, беренсеһендә мотлаҡ әҙиптең шиғырҙарын һөйләргә кәрәк, ә икенсеһендә үҙең теләгән яҙыусының әҫәрен уҡырға мөмкин. Мин Мостай ағайҙың «Яҙғы гөрләүектәр гөрләп аҡҡан...» шиғырын һайланым һәм Зөлфиә Ханнанованың бер нисә әҫәрен тәҡдим итәсәкмен. Иң мөһиме, тамашасы алдында лайыҡлы сығыш яһап, шиғырҙарымды еренә еткереп һөйләү, - ти актриса.

Йылдан-йыл беҙҙең театр артистары был ижади бәйгелә әүҙемлек күрһәтә. Әйтәйек, былтыр Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Венера Хәсәнова менән актер Ринат Ибәтуллин ҡатнашып, финалға үтте. Быйыл актерҙар Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар, Радик Ғәлиуллин үҙ көсөн һынап ҡараған.

Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау ниәте менән тәүге тапҡыр ике йыл элек донъя күргән «Йөрәк һүҙе» проекты халыҡ араһында популярлыҡ яулай бара. Быйыл ул халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышлана. Иң-иңе тип кем табылғанын 9 ноябрҙә белербеҙ. Мәртәбәле сара “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа, киске сәғәт 7-лә башлана. Финалға бөтәһе 16 ҡатнашыусы сыҡҡан. Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйылғы конкурс, Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителеү сәбәпле, мотлаҡ артистар араһында ғына үткәрелә. Шуға күрә сәхнә кешеләре генә майҙан тота. Тағы ла бер яңылыҡ бар - хәҙер смс-хәбәрҙәр ебәреп, оҡшаған ҡатнашыусыға тауыш биреп булмай.

- Элек иң яҡшы шиғыр һөйләүселәрҙе смс-тауыштар ярҙамында билдәләй инек. Быға ҡарата халыҡ төрлө фекерҙә булды. Кемдәрҙер был ысул иң ышаныслыһы һәм ғәҙеле тиһә, бәғзеләре, аҡсаһы күп кеше йыя инде тауышты, тине. Шуға күрә быйыл эксперт комиссияһы төҙөнөк. Сығыштарҙы уның ағзалары ғына баһалай. Бынан тыш, «Тамашасы һөйөүе» призы ла буласаҡ. Тик бында залда ултырыусылар ғына ҡатнаша ала. Шуға күрә яратҡан артисығыҙға еңеү теләйһегеҙ икән, рәхим итеп сараға килегеҙ. Билеттар кассала һатыла, - ти проект етәксеһе Наилә Сәфәрғолова.

Нәүфилә Нурислам ҡыҙы өсөн янып-көйөргә театр артистары ла баш ҡалаға юлланасаҡ. Кемдең теләктәре бар, «команда»ға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ. Актрисаның уңышлы сығыш яһап, лайыҡлы урын яуланыуын теләйбеҙ.


Читайте нас: