Алып барыусының шағир-ҙың тормош юлы, ижады, йәмәғәт эшмәкәрлеге, уның әҙәбиәт донъяһында тотҡан урыны, әҫәрҙәренең үткән, хәҙерге һәм киләсәк быуын өсөн әһәмиәте хаҡында тасуирлап бәйән итеүе сарала ҡатнашыусыларҙың әҙиптең шиғырҙарын һөйләүе менән аралашып барҙы. Мостай Кәримдең үҙенең уҡыуындағы яҙмалары - “Россиянмын”, “Үткәндәргә үпкәм юҡ” шиғырҙары сараға айырыуса төҫ бирҙе. Шағирҙың тормош юлында булған мөһим ваҡиғаларҙың әҫәрҙәрендә сағылыш табыуы тураһындағы хәтирәләренән миҫалдар китерелде. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы,“Оҙон-оҙон бала саҡ” әҫәре буйынса ҡуйылған телевизион спектаклдәрҙән, ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт драматургияһының үҙәгендә торған, милли сәнғәтебеҙҙә “Мостай Кәрим театры” тигән үҙенсәлекле тамашаны барлыҡҡа килтергән пьесаларҙың береһе “Ай тотолған төндә” драмаһынан өҙөктәр күрһәтелде.
Ҡаланың “Сатҡылар” әҙәби ойошмаһы ағзалары Флүрә Хәзиева Башҡортостан тураһында, Флүрә Сәйфет-динова Мостай Кәримгә арнап яҙған шиғырҙарын уҡыны.
Шиғырҙар, сығыштар Рәшиҙә Буранғолова, “Ак калфак ансамбле”, “Ағинәй-ҙәр” ойошмаһы, Фәриҙә Ишмөхәмәтова, Рәмзәнә Мәзитова башҡарыуында Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Уҡытыусыма”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Һаумы, тиҙәр гөлдәр”, “Айлы кис” йырҙары менән аралашып барҙы.
“Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова Мостай Кәримгә, уның ғаиләһенә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Бөйөк әҙиптең үҙе менән осрашып, ултырып һөйләшкән кеүек булдыҡ тип, бик матур тәьҫораттар менән таралышты ҡунаҡтар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа-рының “Ағинәйҙәр” һәм татар ҡатын-ҡыҙҙарының “Ак кал-фак” ойошмаларына, “Алла-ғыуат” төбәк ойошмаһына музей үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, берлектә эшләүҙәре өсөн айырыуса рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да бергәләшеп шундай ҙур саралар үткәреп, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын тергеҙеүгә тос өлөш индерербеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.