Сараны алып барыусылар Гөлнара Темирова һәм Эльвира Латипова бәләкәстәрҙе оло әҙибебеҙҙең ижады менән таныштырҙы. Балалар байрамда Тыуған ил тураһында шиғырҙар һөйләне, тыуған яҡ тураһында йырҙар, «Күңелле полька» бейеүен башҡарҙы, «Тирмә» башҡорт халыҡ уйынын уйнаны. Шағир үҙе уҡыған шиғыр яҙмаларын улар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар менән тыңланы. Кескәйҙәр Мостай Кәримдең хикәйәһе буйынса тыңлауһыҙ ҡыҙыҡай Әлфиәнең нисек өйҙән китергә теләүе хаҡында инсценировка ла күрһәтте.
- Был сара аша беҙ балаларҙы башҡорт яҙыусыһы тормошо, ижады менән таныштырыуҙы, кескәйҙәрҙә илһөйәрлек, әҙәплелек, үҙ ҡылыҡтарың өсөн яуаплылыҡ, изгелек тойғолары, милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - ти 49-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Темирова. - Мостай Кәрим әҫәрҙәре - әҙәбиәтебеҙҙең алтын фонды, уларҙа күпме донъя фәлсәфәһе ята, шуға ла улар һәр ваҡыт күңел түрендә. Беҙ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә лә ошоно еткерергә тырыштыҡ.