газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Октябрь 2019, 12:19

Бөйөк Мостай! Ижад диңгеҙендә Яҡты маяҡ булып янаһың!

Мостай Кәримдең исеме быйыл үтә йыш яңғырай. Шулай булмаҫлыҡ та түгел, бөйөк шағирҙың тыуыуына быйыл 100 йыл тулды бит.

Тыуған көнө яҡынлашып килгәндә ҡаланың Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында ла бик матур сара үткәрелде. Сара тип кенә әйтеү килешмәҫ тә һымаҡ. Дөрөҫөрәге, йылы, күркәм, бай йөкмәткеле осрашыу булғандыр ул. Китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллинаның ижади кеше икәнлеген беләбеҙ. Ябай ғына кисәне лә үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы байрамға әүерелдерергә оҫта ул. Был юлы ла шулай булды. Китапханаға Өфө һынлы Өфөнән күренекле яҙыусылар - Таңсулпан Ғарипованы, Әхмәр Үтәбаевты, Салауат Әбүзәровты саҡырғайны.

- Ай буйы китапханала «Мостай Кәрим көндәре» уҙҙы. Республикала ла гөрләй ундай саралар. Маҡсаты аңлашыла инде - Мостай ағай тураһында күберәк белеү, уны киңерәк асыу, ижады менән нығыраҡ танышыу. Ни өсөн яҙыусыларҙы саҡырҙыммы? Сөнки улар бөйөк әҙип менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашҡан, һөйләшкән. Хатта ҡайһы берҙәренең яҙмышында шағир хәл иткес роль да уйнаған, - тине Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы.

Баш ҡала ҡунаҡтарын китапхана эргәһендә эшләп килгән «Көмөш тәңкә» әҙәби-фольклор түңәрәге ҡатнашыу-сылары бауырһаҡ, ҡымыҙ, йыр-бейеү менән ихлас ҡаршыланы. Милли аҙыҡтарҙан ауыҙ итеп, яҙыусылар түрҙән урын алды. Алып барыусылар залда ултырыусыларға мауыҡтырғыс программа әҙерләгәйне.

Ҡала хакимиәтенең мәҙә-ниәт бүлеге начальнигы вази-фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алина Сәлихова менән үҙәкләш-терелгән китапханалар систе-маһы директоры Светлана Янгалова ҡунаҡтарға осрашыуға килгәндәре өсөн рәхмәт белдереп, иҫтәлеккә ҡаланың энциклопедияһын бүләк итте.

Шунан хәтирәләргә күсте-ләр. Тәүгеләрҙән булып һүҙ яҙыусы-прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға бирелде.

- Мостай ағай башҡорт әҙәбиәтен байытып, донъяға билдәле итеп китте. Мостафа Сафа улы ябай шәхес булманы, унан ниндәйҙер йылылыҡ, сафлыҡ бөркөлдө. Хатта ҡулды ҡыҫып иҫәнләшкән сағында ла ҡулдан нимәлер уҡырға тырышҡан кеүек ине. Ижадын үтә ныҡ хөрмәт итәм. Мине Яҙыусылар союзына алғанда ла булды ул. Шунда бөйөк әҙиптең әйткән һүҙҙәре ҡанат ҡуйҙы. «Таңсулпандың әҙәбиәттә өйрәнсек осоро булманы. Ул башҡорт әҙәбиәтенә йондоҙ атылған кеүек килеп инде», - тине ул. Бынан осоноп, ҡабарынып китмәнем, ә киреһенсә, уның һүҙҙәрен аҡлар өсөн тағы ла тырышыбыраҡ ижад итергә тотондом. Уны һәр ваҡыт үҙемдең остазым итеп тойҙом, нимә яҙһам да, быны бит Мостай ағай уҡыясаҡ, фекере нисек булыр, нимә тип әйтер, тип уйлай инем. Һәр әҫәре халыҡсан, тормошсан итеп яҙылған. Иҫемдә, һуңғы тапҡыр ҡуйылған «Салауат» трагедияһын икәү бергә ултырып ҡараныҡ. Антракт ваҡытында: «Апай, һеҙҙе Мостай ағай сәй эсергә саҡыра», - тип килеп әйттеләр. Академтеатрҙа ҡунаҡтар өсөн бик ҙур, матур бүлмә бар. Инһәм, Мостай ағай бер үҙе сәй эсеп ултыра. Шунда икебеҙ ҙә Салауатты йәлләп иланыҡ. Мин килеп кергәс тә илап ебәргәйнем, ҡараһам, Мостай ағайҙың да күҙҙәренән йәш аға. Бер нәмә лә һөйләшә алманыҡ. Илай-илай сәй эстек. «Мостай ағай, хәлдәрегеҙ нисек?» тип кенә һорай алдым. «Таңсулпан, бөтәһе лә үҙем менән. Запаста юҡ», - тигән булды. Уның менән һәр осрашыу үҙе бер ғүмер ине, - тине Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы.

Артабан һүҙҙе шағир-прозаик, журналист, Башкор-тостан Республикаһының ат-ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙай-бирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Үтәбаев алды.

- Мостай Кәрим - халҡыбыҙ яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырған кеше. Миңә лә бөйөк шағир менән осрашыу, аралашыу бәхете күп тейҙе. Бөтә кешегә лә ихтирамлы, иғтибарлы булды. Айырыуса йәштәрҙе ҡайғыртты. Үҙемдең тормошомда ла ҙур роль уйнаған әҙип ул. Сер түгел, фатир алыу һәр кеше өсөн ҙур мәсьәлә булып тора. Айырыуса Өфө ҡалаһында. «Дүрт мөйөш»лө булыуымда Мостай ағайҙың роле ҙур. Хат яҙып, түрәләрҙең юлын аҙ тапаманы.

Уның аҡыл ҡеүәһенә, фекер байлығына аптырарлыҡ. 90-сы йылдар башында илебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, китте иркенлек, баш-баштаҡлыҡ. Бер ниндәй тыйыу ҙа, сикләү ҙә юҡ. Кешенең йөҙөнә бәреп әйтеүҙән дә оялманылар. Башҡа халыҡтар әҙәбиәтенә бысраҡ өйөргә, тарихынан көлөргә лә күп һораманылар. Әммә был күренеш башҡорт әҙәбиәтен ситләп уҙҙы. Сөнки беҙ әҫәрҙәрҙе яҙған ваҡытта Мостай ағай нимә тип әйтер, риза булырмы, тип уйлай инек. Башҡа милләттәрҙең баҡсаһына таш атманыҡ, бысраҡ яҡманыҡ. Бында Мостай ағайҙың роле бик ҙур, -тип һүҙен йомғаҡланы Әхмәр Ғүмәр улы.

Күренекле башкорт шағи-ры, драматург, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәровтың да сығышы фәһемле булды.

- Күпкә йәшерәк булһам да, Мостай ағайҙың йылы ҡанатын миңә лә татырға тура килде. Ауылда инем әле ул саҡ. Бер мәл ҡулыма телеграмма килтереп тотторҙолар. Ҡараһам, Мостай Кәрим 30 йәшем айҡанлы ҡотлау ебәргән. Булмаҫ, тинем, нисек инде, Мостай һынлы Мостай бер ябай ауыл малайына ҡотлау ебәргән! Шунан яҙмыш еле Өфөгә ташланы мине. Бер мәл шағир менән осрашырға тура килде. Шунда ул: «Салауат, һин теге ваҡыт ҡотлауҙы алдыңмы?» тип һораны. «Юҡ, алманым» тип алданым. Ни өсөн шулай эшләгәнмендер, белмәйем. Ваҡытында рәхмәт әйтмәгәнгә аҡланыу һымағыраҡ булды микән? Алданым да, аҙаҡтан ни йоҡлап булмай, кемде алданың һин, тип язалайым үҙемде. Икенсе бер осрашҡанда: «Телеграмманы теге ваҡыт алдым бит ул», тип әйтергә көс таптым. Тағы бер осраҡ. Мостай ағайҙың тыуған көнөнә әкиәт формаһында шиғыр яҙып ебәрҙем. Унда фашисты Шүрәлегә тиңләп, Мостай ағайҙың уны нисек итеп төп башына ултыртыуы тураһында бәйән иткәнмен. Шиғырымды тамамлағас, аҙағын һеҙгә 100 йәш тулғас яҙырмын, тип тә өҫтәгәнмен. Оҙон ғүмер теләүем булғандыр инде. Редакцияла ултырһам, Мостай ағай шылтырата. «Салауат, ҡотлау шиғырыңды алдым, рәхмәт. Ләкин һуғыш минең өсөн әкиәт булманы», тине. Йөрәгенә ауыр ҡабул иткәндер инде, күрәһең. «Ғәфү итегеҙ, Мостай ағай. Шаяртыбыраҡ яҙғайным», тинем. «Борсолма. Мин дә «Үлмәҫбай» поэмаһын әкиәт итеп яҙҙым», - тине ул. Бигерәк ихлас кеше булды, - тип хәтирәләр йомғағын һүтте Салауат Нәзир улы.

Сара һуңында залда ултырыусылар ҡунактарҙың киләсәктәге ижади пландары менән уртаҡлашыуын һораны, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарына яуап ала алды. Салауат педагогия һәм медицина колледжы студенттары шағирҙың шиғыр-ҙарын һөйләп ишеттерҙе. Осрашыуҙы «Көмөш тәңкә» түңәрәгенең «Атам-әсәм теле - мәңгелек» әҙәби-музыкаль композицияһы тамамланы.


Читайте нас: