газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Октябрь 2019, 10:54

“Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына...”

Йәкшәмбе бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Республикала был йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла, саралар уҙғарыла. Үткән аҙна ошо айҡанлы һәм Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды.

Унда ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Эльвина Байрамғолова ла ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булған. Был турала уҡытыусыһы, остазы Сәүиә Бикмөхәмәтова һөйләй:

- Бөйөк шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы саралар былтыр уҡ башланды. «Салауат» ҡала телевидениеһы «Илһам» телевизион проектын булдырғайны. Беҙҙең гимназия уҡыусылары уның тәүге «ҡарлуғастары» булды. Эльвина һөйләгән шиғырҙы телевизор ҡараусылар бик йылы ҡабул итте. Яңы уҡыу йылы башланып та өлгөрмәне, «Мостай уҡыуҙары» исемле төбәк-ара конкурс иғлан ителде. Уның шарттары буйынса, ҡатнашыусы Мостай Кәримдең бер шиғырын яттан һөйләп, видеоролик төшөрөп ебәрергә тейеш ине. Күп уйлап тормай, «Илһам» телевизион проекты сиктәрендә төшөрөлгән видеояҙманы жюри хөкөмөнә тәҡдим иттек. Эльвина - бик талантлы ҡыҙ. Ул кескәй саҡтан уҡ «Сәнғәт үҙәге» мәктәбендә вокал класында уҡып, ҡулына диплом алды. Уҡыусымдың төрлө яҡлап һәләттәрен иҫәпкә алып, халыҡ шағирының «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» исемле шиғырын яттан тасуири һөйләргә әҙерләнем. Был шиғырҙа Мостай Кәрим «Күпер аҫты күк томан» тигән халыҡ йырынан өҙөк биргән. Ошо йырҙың бер куплетын Эльвина бик моңло итеп йырлап ишеттерҙе. Тормош фәлсәфәһе, хис-тойғолар менән һуғарылған был шиғырҙы ул хисләнеп һөйләне.

“Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара бәйгеһендә дүрт номинация буйынса көс һынаштылар. “Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…” шиғыр флешмобында барыһы 720 эш ебәрелгән булған. Ошо номинацияла Эльвина 2-се урынды яуланы. 8 октябрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында бәйгене тантаналы йомғаҡлау сараһында ҡатнаштыҡ. Еңеүселәргә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бындай саралар балаларҙа әҙиптең ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятһа, уҡытыусылар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, уҡытыу, тәрбиә биреү өлкәһендә белемеңде камиллаштырыу сараһы булыуы менән дә әһәмиәтле. Иң мөһиме балалар Мостай һүҙен , шағир аманатын киләсәккә еткереүселәр булараҡ сығыш яһай, - ти Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы.

Мәртәбәле конкурста уңышлы сығыш яһаған Эльвина Байрамғолованың да фекерҙәрен белештек.

- Конкурс бик оҡшаны. Сит өлкәләрҙән дә тиҫтерҙәрем килгәйне. Улар Мостай Кәримдең шиғырҙарын интернет киңлектәрендә бөтә донъяға яңғыратты. Ошондай конкурста еңеүселәр рәтендә булыуыма бик шатмын. Бәйгелә ҡатнашыу яңы дуҫтар табырға, белемемде арттырырға, һәләтле балаларҙың сығышын күрергә мөмкинлек бирҙе, - ти тырыш ҡыҙ.
Читайте нас: