Студия барлыҡҡа килгәндән алып уны Радик Ғәлиуллин етәкләй. Юбилей уңайынан уның уй-фекерҙәрен белешергә ҡарар иттек.
- 2014 йылда, ошо театрға эшкә килгәндә үк, балалар менән шөғөлләнеп буламы, тип ҡыҙыҡһындым. Ни өсөн тигәндә, быға тиклем дә Межгорье ҡалаһында «Мажара» башҡорт театр түңәрәген алып бара инем. Етәкселек теләктәремде ҡабул итеп, уйҙарымды бойомға ашырырға мөмкинлек бирҙе. Эш башлауыма ярты йыл тигәндә беҙ, йәш актерҙар, мин, Лиана Ниғмәтуллина һәм Гөлнара Сабитова «Арлекин» балалар студияһын асыуға ирештек. Гөлнара хәҙер Мәскәүҙә эшләп йөрөй. Ә Лиана беҙҙең менән бергә тырышып ижад итеүен дауам итә. Һуңғараҡ беҙгә актер Әмир Үтәбаев ҡушылды. Ул әле кесе төркөмдө етәкләй. Ә хореографыбыҙ Гөлнәзирә Сәфиуллинанан башҡа эшебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Фантазияға бай, ижади шәхес, тырыш ҡыҙ. Бөтә бейеүҙәрҙе ул һала, - тип һөйләй Радик Наил улы.Студияға бала-ларҙы йыйыу өсөн интернетта иғлан урынлаштыралар. Күп киләләр, хатта саманан тыш. Ике йәшлеге лә, ун йәшлеге лә була. Йыйыуын йыялар ҙа ул, йәш айырмаһы шул тиклем булғанда берҙәм команда туплап булыр микән тип аптырап та ҡалалар. Шулай ҙа, береһен дә кире бороп ҡайтарып ебәрмәйҙәр. Эштәр биреп, һәләттәрен күрһәтергә ҡушалар. Аҙна тирәһе ваҡыт үткәндән һуң, студияла шөғөлләнеү ныҡышмалылыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ талап итеүен кемдәр аңлаған, шулар ғына ҡала. Шунан һуң йәш сиген дә билдәләргә булалар - ете йәштән өлкәнерәктәрҙе йыя башлайҙар.
- Ике йыл үткәс студияла шөғөлләнеүселәрҙе ике төркөмгә бүлдек - ете йәштән ун йәшкә тиклем һәм ун йәштән өлкәнерәктәр. Кесе төркөмдөң етәксеһе итеп, үрҙә әйтеп китеүемсә, Әмир Үтәбаев тәғәйенләнде. Әлеге ваҡытта «Арлекин»да 27 бала шөғөлләнә. Шуны ла әйтеп үтер инем, арабыҙҙа коллектив булдырылғандың тәүге көндә-ренән алып беҙҙең менән бергә булған ике бала бар. Улар - Миләүшә Сәфиуллина менән Владислав Швыдкый. Уларға, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Яңы килеүселәр араһында ла талантлылар етерлек. Шуларҙың береһе тураһында һөйләп үтмәксемен. Хәҙер өсөнсө йыл рәттән инде «Театр төнө»ндә кастинг уҙғара башланыҡ. Назар Әхмәҙиев тигән малай һайлап алыуға бер үҙе килгән. Һәләтеңде күрһә-тергә әҙерһеңме, тип һораныҡ. Әҙер, әлбиттә, тине лә Омар Хаямды ятлап күрһәтте. Беҙ, өлкәндәр, бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, телһеҙ ҡалдыҡ. Яңылышмағанбыҙ, шәп егет булып сыҡты. Киләсәктә яҙмы-шын театр менән бәйләргә уйлай. Тағы бер тәрбиәләнеү-себеҙ Артем Мизгулин беҙҙә оҙаҡ шөғөлләнә. Ул да мотлаҡ сәнғәт донъяһын һайлаясаҡмын, тип хәл итеп ҡуйған. Улай ғына түгел, абруйлы кешеләр ҙә уға мотлаҡ театрҙы һайларға кәңәш итте, - ти етәксе.
Тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡығыҙ.