Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2019, 12:23

Салауатлы, беҙ Мостайлы халыҡ - Шуның менән бары әйтелә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. «Мостай Кәрим: ғүмер миҙгелдәре» тип аталған әҙәби кисә ҡала үҙәк китапханаһында уҙҙы. Ул республиканың мөстәҡиллегенә лә бағышланды.

Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт-кәре, яҙыусы Иҙел Хәлимов асты. Ул йыйылыусыларға үҙе ижад иткән шиғырҙарын да, бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен дә уҡып ишеттерҙе, моңло ҡурай моңдарын да һуҙып ҡуйҙы. Алып барыусылар Йәзилә Хәлимова менән Миләүшә Кинйәбулатова осрашыуға саҡырылған медицина кол-леджының беренсе курс студенттарын әҙиптең тормош юлы, ижады менән ентекле таныштырҙы, әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.

- Республикабыҙ көнө алдынан Мостай Кәримдең илебеҙ тарихында, халҡыбыҙ яҙмышында биләгән урыны һәм роленә ихтибарҙы йүнәлтһәк, бик урынлы булыр. Сөнки халҡыбыҙ өсөн иң ҡатмарлы осорҙа Мостай ағай республикабыҙ үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға ҡарата үҙ фекерен асыҡ һәм ҡыйыу белдерҙе, халҡыбыҙ, ил етәкселәре, сәйәсмәндәр һәм ижадсылар өсөн уның сығыштары һәм кәңәштәре йүнәлеш булды, - тип тарихҡа ла туҡталып уҙҙы улар.

Студенттар бөтә мәғлү-мәтте ентекле тыңланы, шағир-ҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Сараны Ирек Кинйәбула-товтың Мостай Кәримгә арнап яҙған шиғыры менән тамамланылар. Ошо шиғыр юлдары, әйтерһең дә, әҙиптең бөйөклөгө, ябайлығы, бөтә халыҡтың һөйөүен яулауы тураһында һөйләй кеүек ине.

Мең ҡат уңдыҡ һинән. Әйтә быны

Һәр замандаш ауыҙ тултырып.

Үҙе бер ғүмерҙәй һинең менән

Бер һөйләшеү бергә ултырып.

Күрҙе донъя йырҙар йыһанында

Ниндәй бейек башҡорт осҡанын.

Шундай улы тыуып, уңды халҡым,

Уңды һинән Башҡортостаным.


Читайте нас: