Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2019, 12:21

«Беҙҙең өйҙөң йәме» йәм өҫтәне

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 87-се миҙгеле Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле менән асылды. Ул шағирҙың тыуыуының, Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арналды һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйылды.

Мәғлүм булыуынса, әле кинотеатрҙарҙа әҙиптең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса ҡуйылған «Һеңлекәш» фильмы күрһәтелә. Рәсәй экрандарына ул 19 сентябрҙә сыҡҡайны. «Һеңлекәш» - күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмаған тетрәндергес хәрби драма. Беҙҙең театр артистары ҡуйған «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле лә ошондай уҡ әҫәр.

- Тәүҙә кинотеатрҙа «Һеңлекәш»те, һуңынан театрға килеп спектаклде ҡараным. Иҫ киткес тамаша, артистар ролдәрен бик шәп башҡара. Тағы бер нәмәһенә иғтибар иттем, хәл-ваҡиғаларҙы ғәҙәти булмаған шарттарҙа күҙәттек. Беҙ ҙә артистар уйнаған сәхнәлә ултырҙыҡ. Ә зал баҫыу-яландарға, йылға-күлдәргә әүерелгән. Артистар унда төшөп тә уйнаны. Беҙҙекеләр ҡуйған спектакль прокатта Голливуд фильмдарын уҙып барған кинонан бер ҙә ҡалышмай. Тәьҫораттарымдан һаман арына алмайым. Афарин, салауаттар, - тип үҙ фекерен белдерҙе театр һөйөүсе Рима Зиннәтова.

Театрҙың ижади коллективына идара итеүсе Рөстәм Фазылов килә-сәккә пландары менән уртаҡлашты.

- Шөкөр, театрыбыҙ йәнә үҙ тамашасын яңы миҙгелдә ҡабул итте. Эшебеҙ күп, актерҙарыбыҙ ялһыҙ-ниһеҙ тырышып хеҙмәт итә. Быларҙың барыһы ла - яратҡан тамашасыбыҙ хаҡына. Алда үҙебеҙҙең республика ҡала-райондарына, күрше Татарстан Республикаһына ла ҙур гастролдәр көтөлә. Миҙгел уңышлы, һөҙөмтәле үтеренә ышанабыҙ. Театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтша Буранғоловтың пьесаһы буйынса «Иҙеүкәй менән Мораҙым» спектаклен ҡуйырға планлаштыра, - ти Рөстәм Рамазан улы.

Зал ҡунаҡтар менән дә тулы ине. Коллективты ҡотларға һәм уларҙың эшен баһаларға Өфөнән Башҡортостандың атҡаҙанған ар-тисткаһы, Өфө сәнғәт академияһы доценты Земфира Хөсәйенова, драматург, Башҡортостандың атҡаҙан-ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина һәм театр блогеры Дамир Ғәббәсов килгәйне.

Спектакль тәүге тапҡыр сәхнәгә 22 июндә сығарылды. Һуңынан уны 4, 5, 10 октябрҙә күрһәттеләр. Ошо көндәргә бөтә билеттарҙың һатылып бөтөүе лә уның тамашасы күңеленә хуш килеүе тураһында һөйләй. Кемдәр өлгөрмәгән, кемдәргә билет ҡалмаған, премьераны 2 ноябрҙә килеп ҡарай алаһығыҙ.


Читайте нас: