Өлкәндәргә бағышланған байрамды башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәйҙәр”, татар ҡатын-ҡыҙҙарының “Аҡ калфак”, сыуаш милли-мәҙәни автономияһы, “Kазачье раздолье” вокал ансамбле ойошторҙо. Кисәгә тыуған төйәк, халыҡ һәм милләт ғәме менән йәшәгән, Салауатыбыҙҙың сәскә атыуы өсөн бөтә ғүмерен бағышлаған, ҡаланың йөҙөк ҡашы булған оло быуын вәкилдәре саҡырылғайны. Уларға был көндө ысын мәғәнәһендә ҙур хөрмәт күрһәтелде, әллә күпме йылы һүҙҙәр еткерелде, бүләктәр ҙә тапшырылды.
- Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен, - тип башланы сараны алып барыусылар.
- Иңдәрегеҙгә ниндәй генә ауырлыҡтар төшмәһен, һеҙ һәр ваҡыт эш һөйөүсән, тырыш быуын булып ҡалаһығыҙ. Тормош тәжрибәгеҙ, һеҙҙең аҡыл ҡеүәһе һәр беребеҙ өсөн үрнәк булырлыҡ. Атай-әсәйҙәргә, ололарға хөрмәт күрһәтеү - изге ғәмәл, шуға ла ихтирамыбыҙҙы белдереп торайыҡ, уларға ҡарата мәрхәмәтле, кешелекле булайыҡ. Шулай уҡ ниндәй генә диндә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ошолай татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәйек, - тине Үҙәк диниә назаратының Баш мөфтөйө ярҙамсыһы, “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров.
Байрамға йыйылыусыларҙы Салауат епархияһынан отец Вячеслав, ҡала ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, “Аҡ калфак” республика ойошмаһы рәйесе Люция Вафина ҡотланы.
- Салауатта 44 меңдән ашыу хеҙмәт ветераны һәм пенсионерҙар йәшәй. Тап улар Салауатты төҙөй, уның үҫешенә, республикабыҙҙың сәскә атыусы ҡалаһына әйләнеүенә күп көс һала. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да гөрләтеп йәшәй белә беҙҙең ҡала ветерандары. Төрлө ижади коллективтарға йөрөп, байрамдарҙа сығыш яһайҙар, хатта конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡайталар. Тимәк, пенсионерҙар тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәй. Артабан да шулай дәртле булып ҡалығыҙ, - тине Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы.
Тәбрикләү һүҙҙәре концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Төрлө коллективтар тәҡдим иткән дәртле йыр-моң, бейеүҙәр кисәгә килеүселәргә күтәренке кәйеф бүләк итте. Бер төркөм хеҙмәт ветерандарына “Әннәби” йәмиғ мәсете әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки ололар сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә. Ә инде уларға ярҙам итеү, байрамдар ойоштороп, ошолай хөрмәтебеҙҙе белдереү - кешелек бурысы. Хеҙмәттәрен баһалап, йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерә алһаҡ, улар шуның менән бәхетле булыр.