газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2019, 11:07

“Театр төнө” мәҙәниәт һөйөүсе дуҫтарын йыйҙы

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Бөтә Рәсәй “Театр төнө” мәҙәни акцияһы сиктәрендә саралар уҙҙы. Был матур йола барлыҡ сәнғәт һөйөүселәренә театр эшмәкәрлегенә яҡынайыу мөмкинлеген бирә.

Беҙҙең ҡала халҡын театр алдында уҡ әкиәт персонаждары, дәртле музыка ҡаршы алды. Ә инде театрҙың фойеһына үтеү менән теләгән һәр кем сәхнә персонаждары кейемдәрен кейеп ҡарап, театр декарациялары янында фотоға төштө. Шулай уҡ реквизиттар, ҡул эштәре күргәҙмәләре менән танышыу барыһына ла ҡыҙыҡлы булды.

Ошо уҡ ваҡытта Салауат театрының бәләкәй залында “Арлекин” өлгөлө балалар студияһына 7-нән алып 9 йәшкә тиклемге балаларҙы һайлап алыу буйынса кастинг ойошторолдо. Үҙенең актерлыҡ оҫталығын күрһәтергә теләүселәргә Радик Ғәлиуллин, Әмир Үтәбаев, Лиана Ниғмәтуллина һынау үткәрҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡалабыҙ уҡыусылары араһында театр студияһында шөғөлләнергә теләүселәр бихисап булды.

“Театр төнө” акцияһы тамашасылар залында ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән М.Бартеневтың “Бишкә тиклем һанайым” спектаклен һәм “Беренсе республика” тарихи фильмын күрһәтеү менән тамамланды.
Читайте нас: