Башҡортостандың көньяҡ төбәгендә урынлашҡан һигеҙ район-ҡалаларынан саҡырыл-ған ағинәйҙәрҙе, Өфөнән килгән республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаеваны, Сәрүәр Суринаны, Федоровка районы хәкимиәте вәкилдәрен йыр менән генә түгел, баллы-майлы ризыҡтары менән ҡаршы алдылар. Бал байрамын ойоштороуға һәм уны юғары кимәлдә үткәреүгә райондың “Ағинәйҙәр” ойош-маһы етәксеһе Миңсара Иҫәнгилдина һәм райондың алты башҡорт ауылы ағинәйҙәре күп тырышлыҡ һалған.
Бал байрамына Салауат “Ағинәйҙәр”е лә саҡырылды. “Аҡбуҙат” ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев ағи-нәйҙәргә барып ҡайтырға машина табыуҙы хәстәрләне. Ошо ойошма ағзаһы Айгиз Ғиззәтуллин, үҙенең ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе алып барып ҡайтты. Шуның өсөн “Аҡбуҙат” ойошмаһы егеттәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Салауат ҡалаһының “Ағи-нәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы менән бик тә матур, фәһемле сараны күреп, ҡатнашып ҡайттыҡ. Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы сәхнәгә сығып, хужаларға ҡалабыҙҙың энциклопедияһын һәм моңло йыр бүләк итте.
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, киләсәктә эшләнәһе эштәр тураһында һөйләп, ниндәй йүнәлешкә күберәк иғтибар бирергә кәрәклеген әйтеп үтте. Борондан килгән милли кейемдәрҙе боҙоп тегеүҙәргә юл ҡуймаҫҡа, ырыу-тамғаларға таянып, эшләнгән хаталарҙы төҙәтергә, тигән бурыс ҡуйҙы. Йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, тәрбиәүи эш алып барыу, айыҡ ауыл, балалар менән туған телдә һөйләшеү һәм башҡа төрлө мәсьәләләр тураһында ла барҙы һөйләшеү.
Федоровка районы халҡы элек-электән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Атай-олатайҙарының был кәсебен әле булһа дауам итеүсе нәҫелдәр бик күп икән. Район хаки-миәте исеменән ауылдарҙағы данлыҡлы умартасыларҙы маҡтап, бүләктәр тапшырылды. Әйткәндәй, Салауат ҡалаһында йәшәүсе, тыумышы менән Сытырман ауылы ир-уҙаманы, әле булһа тыуған ерендә ҡорт тотоуын дауам итеүсе Мәзит Әминевты ла телгә алдылар.
Таныштар менән осрашып, яңы дуҫтар табып, күп тәьҫораттар алып ҡайттыҡ Бал байрамынан.