газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2019, 11:09

Балаларҙан премьера

Бер нисә көндән, дөрөҫөрәге 2 октябрҙә, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында премьера. Театр ҡарамағында эшләп килгән “Арлекин” балалар студияһы тамашасыларға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса спектакль күрһәтәсәк.

Спектаклде сәхнәгә ре-жиссер Радик Ғәлиуллин, рәссам Антон Бледных, хореограф Гөлнәзирә Сәфиул-лина әҙерләй. Ролдәрҙе “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара.

Мостай Кәримдең “Өс таған” повесында Урал тауҙары араһында урын-лашҡан бәләкәй генә башҡорт ауылындағы һуғыш йылда-рынан һуңғы тормош хаҡында һөйләнелә. Әҫәрҙең төп геройҙары - Ғабдулла, Айҙар, Вәзир һәм Яҡуп.

Көтөүсе Шәрифулла ағай уларға ауыл янындағы иң ҙур тауҙың нисек юҡҡа сығыуы тураһында тарихты һөйләй. Уның һүҙҙәре буйынса, тау башындағы күлдә ҡасандыр алтын һәм көмөш балыҡтар йәшәгән. Әммә бер яуыз әҙәм унда суртан ебәрә һәм ул бөтә балыҡтарҙы ашап бөтә. Күл балыҡһыҙ кибә башлай, ә тауҙың бөтөнләй емерелеүе мөмкин.

Өс дуҫ Кирәмәт тауын ҡотҡарырға була. Улар бының өсөн нимә эшләргә ҡарар итә һуң?.. Был ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә, сағыу ҙа тамаша тәүге минуттарынан тамашасыларҙы геройҙарҙың эске донъяһына алып инәсәк. Мостай Кәрим ижадын, театрҙы һөйөүселәр мотлаҡ был спектаклде ҡарарға тейеш, тип премьераға саҡыра Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы.


Читайте нас: