газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2019, 17:51

Һөйәһеңме? Һөймәйһеңме?

Миҙгел асылып өлгөрмәһә лә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры бер генә лә буш, тын торғаны юҡ. Әкиәтен дә ҡуялар, тамашаһын да әҙерләйҙәр. Артистар гастролдәргә лә йөрөйҙәр, үҙҙәрендә лә ҡунаҡтар ҡабул итәләр.

Миҙгел асылып өлгөрмәһә лә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры бер генә лә буш, тын торғаны юҡ. Әкиәтен дә ҡуялар, тамашаһын да әҙерләйҙәр. Артистар гастролдәргә лә йөрөйҙәр, үҙҙәрендә лә ҡунаҡтар ҡабул итәләр.

Тиҙҙән, 26 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры салауаттарға күстәнәс - «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме...» спектаклен алып килә.

Көтмәгәндә Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен хәләле Фатимаһына һөйләй ҡарт. Әгәр ҙә ғүмерен оҙайтҡыһы килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш ҡылырға тәҡдим итә Әжәл уға. Ҡарттар баш ватып сауаплы эш эҙләй. Уйламаған нәмә ҡалмай: хатта бала тыуҙырырға ла тәҡдим итеп ҡуя ҡарт. Тик ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, ғүмер үтеп киткән. Абдулла менән Фатиманың күҙ алдынан бер-бер артлы йәшлек хәтирәләре үтә: унда мөхәббәт тә, һөйөү ҙә бар кеүек, тик улар менән бергә тормошто аяныслы итерлек тағы ла бер нәмә оҙатып бара һымаҡ.

Әжәл сәғәте билдәле, ул аяуһыҙ, көтөп тормаясаҡ. Тик һөйөү генә йәшәргә дәрт һәм йән биреүселер ул. Һөйәме - һөймәйме? Быны өс сәғәт эсендә аңлап та булмай, бының өсөн тотош ғүмер ҙә аҙ һымаҡ. Ҡарттар сауаплы эш эшләп өлгөрөрмө һуң? Уныһын үҙегеҙ килеп кергәс күрерһегеҙ, ишетерһегеҙ, көлөрһегеҙ, иларһығыҙ, уйланырһығыҙ. Нимә тураһындамы? Һәр кем үҙ уйына батыр…

Киске етелә театрға килеп рәхәтләнеп ял итеп ҡайтыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Читайте нас: