Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль 2019, 11:13

Гел кешеләр менән эшләргә тура килде,

- ти тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының бүлек мөдире Нәсимә Кулябина Уның менән редакция коллективы тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Музейҙамы, әллә башҡа берәй ерҙәме сара уҙыр булһа, йәһәт кенә беҙгә шылтырата, кәрәк мәғлүмәтте тиҙ генә туплап бирә һала. Күптән түгел Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Һәр яҡлап актив булғанға, халыҡҡа милли йолаларҙы, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте еткереүҙә күп көс түккәнгә күрә, башҡорт халҡының ысын ағинәйе тураһында гәзит биттәрендә яҙыуҙы кәрәк тип таптыҡ.

Элек уҡытыусы, табип һөнәрҙәре иң хөрмәтле һөнәр-ҙәрҙән һаналды. Айырыуса, уҡытыусылар абруйлы ине. «Апа», «абый» тип күҙҙәренә генә ҡарар торҙоҡ. Йәмле Нөгөш буйҙарында тыуып үҫкән ҡыҙ ҙа бәләкәйҙән үҙен медицина өлкәһендә күрергә теләй. Тик бына өләсәһе генә ҡыҙының теләгенә ҡаршы төшә: «Ҡуй, ҡыҙым, бысраҡ, бигерәк яуаплы эш», - ти. Шулай тигәс, ул уҡытыусы булырға ҡарар итә. Күрше Нөгөш ауылында 10-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына юлла-на. Әммә икенсе курста уҡығанда атаһы фажиғәле вафат була. Әсәһенең яңғыҙы ҡалғанына йәне әрнеп, ситтән тороп уҡырға күсә лә, ҡәҙерлеһе янына ҡайта. Үҙе уҡыған Боһорман һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы булып эш эҙләп килә.

- Үҙемде уҡытҡан уҡытыу-сылар, мәктәп директоры Ғабдухай ағай, уның урынбаҫары Рим ағай мине бик йылы ҡаршы алдылар. «Һеңлем, һинең тырыш, ныҡышмал икәнеңде беләбеҙ. Беҙҙә рус теле уҡытыусылары етешмәй. 4-се, 5-се, 6-сы кластарҙа рус теленән белем бирергә кәрәк булыр. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Өмөттәрҙе аҡларыңа ышанабыҙ», тинеләр. Класс етәкселеген дә йөкмәтеп ҡуйҙылар. Уҡытыусылыҡ эшем шулай башланып китте. Ул йылдар иң матур мәл булып хәтерҙә ҡалған. Балалар менән уртаҡ телде тиҙ таптым. Поход-экскурсияларға алып сыҡтыҡ, төрлө сараларға ылыҡтырҙым. Класс етәксем Шәүрә апай бейергә өйрәткәйне. Мин уларҙы үҙемдекеләргә еткер-ҙем, - тип хәтирәләргә бирелә Нәсимә апай.

Мәктәптә эшләгәндә үк Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, смотр-конкурстарҙан ҡалмай, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, йырын да йырлай, һикереп төшөп бейей ҙә, шиғырын да һөйләй. Төрлө агитациялар уҙғарыу ҙа йәштәргә йөкмәтелә. Шул тиклем дәртләнеп эшләйҙәр. Биш йыл үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Салауат ҡалаһынан яҙыусы Алексей Пучкин йыш ҡына килеп колхоз, мәктәп, ауыл тормошо тураһында материалдар туплап, гәзиткә, радиоға яҙып йөрөгән була. Ҡыҙҙан да агитация эше буйынса интервью ала. Бер мәл яҙыусы: «Әйҙә, мин һине Салауатҡа эшкә алып китәм», - ти. Шулайтып ҡыҙ 80-се йылдарҙа ошо ҡалаға килеп төпләнә. 20-се, 2-се мәктәптәрҙә, педколледжда уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан 133-сө һөнәри лицейҙа - 5, 35-се һөнәрселек училищеһында 17 йыл директор урынбаҫары вазифаһын алып бара. Был белем усағы ябылғас, 2008 йылда Нәсимә Кулябина эшһеҙ тороп ҡала. 19-сы мәктәптә кеше урынында ваҡытлыса бер йыл эшләй. Шул ваҡытта уҡ мәктәп системаһының бик ныҡ үҙгәреүен тоя. Ни тиһәң дә, 22 йыл арауыҡ бит. Айырыуса бер баланы маҡтап, арҡаһынан һыйпайым тигәндә, миңә теймәгеҙ, тип этеп ебәреүе күңелен ҡайтара.

- Баҙарҙан сыҡтым да, ҡала буйлап китеп барам. Музей асылған йыл. Туҡта, кереп сығайым әле, бәлки эш урыны барҙыр, тим. Әлегә фәнни хеҙмәткәр ҙә, экскурсовод та кәрәкмәй. Ҡараусы ғына талап ителә. Шылтыратырбыҙ, тинеләр. Иртәгәһенә бәшмәк-тә йөрөһәм, телефоным зыңғырланы. Тиҙ генә килеп ет, иртәгәнән үк эшкә сығырға кәрәк булыр, тинеләр. Шул ваҡыттан бирле мин музейҙа. Тәүҙә ҡараусы, һуңынан фәнни хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнеләр, 2012 йылда бүлек мөдире итеп күсерҙеләр, - тип һөйләй Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы.

Эше киң яҡлы уның. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге булғас, уларға ҡалалағы барлыҡ ойошмаларҙың тарихын өйрәнергә кәрәк. Юғалғандарын архивтан барып соҡонорға тура килә. Шуның өсөн улар һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. «Аллағыуат» ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Бөтә байрамдарҙы, йыйындарҙы берлектә уҙғаралар.

- Хеҙмәт юлым мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә уҙҙы. Һәр ваҡыт кеше менән эшләргә тура килде. Ике эшемде лә яраттым. Әлеге коллективым да бынамын тигән. Артҡа әйләнеп ҡарап, нимәгәлер үкенгән сағым булманы, - ти юбиляр.

Милли йолаларҙы, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙы йәштәр менән таныштырыу маҡсатында, педагогия, музыкаль колледж студенттарын йәлеп итеп, музейҙа «Исем ҡушыу», «Кис ултырыу» кеүегерәк саралар уҙғара. Бынан тыш, Нәсимә апай «Ағинәйҙәр» ойошмаһының да актив ағзаһы. Әле булһа моңло тауышын, әүҙемлеген юғалтмаған.

Ҡыҙы Ләйсәнде, улы Русланды тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер инде уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Нәсимә апай тыуған ауылындағы атай ниге-ҙен һыуытмай. Йыш ҡайтып йөрөй. Ә отпускыһын, ғөмүмән, шунда уҙғара. Үҙе янына ейән-ейәнсәрҙәрен дә йыя. Күңелһеҙләнергә ваҡыты юҡ.

- Балаларым бәләкәй саҡта ла ауылға йыш ҡайттыҡ. Өлә-сәй тәрбиәһендә үҫкәнгәме, ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫ-тан, икеһе лә саф башҡортса матур итеп һөйләшә, Аллаға шөкөр, - тип ҡуйҙы Нәсимә Кулябина.


Читайте нас: