Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2019, 13:31

«Хаят» тормошобоҙға йәм индерә

«Хаят» төркөмөнөң ойошторолоуы бына әле генә кеүек ине. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең үҙешмәкәр коллективында шөғөлләнгән ветерандар үҙҙәренең 10 йыллыҡ юбилейҙарын сағыу концерт ҡуйып билдәләне.

Был төркөм ветерандар рәйесе М.Ғ.Рәхимҡолов ты-рышлығы менән ойошто-ролдо һәм тиҫтә йыл инде бик әүҙем эшләп килә. Улар төрлө-төрлө сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең һәләттәрен күр-һәтеп, халыҡ алдында күп тапҡырҙар сығыш яһаны. Ошо 10 йыл ваҡыт эсендә был ветерандар тамашасы һөйөүен яуланы. Төркөмдәгеләр, оло йәштә булыуҙарына ҡара-маҫтан, аҙнаһына ике көн репетицияға ла, һәр шәмбе паркка ла йөрөйҙәр. Киске 5-тән 7-гә тиклем йыр-моң һөйөүселәр менән бергә күңелле итеп ял итәләр.

Сәхнәгә сағыу милли костюмдарҙа сыҡҡан талантлы ла, дәртле лә ханымдар һәм ир уҙамандары концертты «Һаумыһығыҙ» йыры менән башлап ебәрҙе. Йырсылар үҙҙәренең моңло йырҙары менән тамашасыларҙы арбаһа, юмористар скетчтар менән халыҡты гөрләтеп көлдөрҙө, скрипкасы Л.Әми-рова, баянсы Р.Усманов концертҡа йәм өҫтәп, йән өрөп торҙо. Бигерәк тә Р.Вахи-това менән М.Нәғимовтың сығыштарын тамашасы оҙаҡ алҡыштарға күмде. «Үҫмер» клубына йөрөгөн бейеүсе ҡыҙҙарҙың (етәкселәре Э.Сәйетбатталова) сәхнәлә күбәләк кеүек осоп йөрөүҙәре һоҡландырып, күңелдәрҙе дәртләндереп йәшлек йылдарына алып ҡайтты. Сабина өләсәһе Лилиә менән саф татар телендә йырлауы уйға һалды. Ә бит беҙҙең күптәребеҙҙең ейәндәре әсә телендә йырлау түгел, һөйләшмәйҙәр ҙә.

Концерт нисек юғары кимәлдә башланһа, шулай уҡ матур ноталарҙа, музыка ҡоралдары ансамбле сығышы менән тамамланды.

Сәхнәгә комбинаттың ветерандар советы рәйесе М.Ғ.Рәхимҡолов, ҡала вете-рандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина һәм үҙешмәкәр ветерандар ойошмаһының элекке рәйесе Л.С.Пещаева күтәрелде. Миҙхәт Рәхим-ҡолов «Хаят»тарҙы уңышлы сығыштары менән ҡотланы. Төркөмдөң етәксеһе Т.Ҡотлоғужинға рәхмәттәр әйтеп, тағы ла әүҙемерәк эшләргә, һәләттәрен үҫте-рергә һәм төркөмгә яңы таланттарҙы ылыҡтырырға саҡырҙы. Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы ҡала ветерандары исеменән 10 йыл ошо «Хаят» төркөмөнә йөрөүсе Г.Санги-шеваны, Ф.Рәхмәтуллинаны, Т.Ҡотлоғужинды, З.Кашапо-ваны һәм Ф. Ишмөхәмәтованы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Ә Л.С.Пещаева «Хаят»тарға ысын күңелдән уңыштар теләне, был татар-башҡорт төркөмөн 10 йыл элек нисек йыйылғанын, нисек эшләй башлағанын, һәләттәрҙе нисек тапҡандарын һөйләп, сәхнәгә Ф.Хәзиева, Ф.Сәйфетдинованы саҡырып үҙенең рәхмәттәрен белдерҙе.

Тамашасылар концерттан алған ыңғай тәьҫораттары менән бүлешеп, хәҙер һирәк осраша торған хеҙмәттәштәре менән фойела ла үҙ-ара йылы аралашып, ашыҡмай ғына таралышты.


Читайте нас: