1995-се йылдың йәйе. Өфө сәнғәт институтын тамамлаған Гөлфирәнең дә, Стәрлетамаҡ ағартыу училищеһында белем алып сыҡҡан Нәфистең дә Салауат театрына эшкә килгән мәле. Икеһенә лә маневрлы йорттан фатир бирәләр. Ҡыҙ актриса, ә егет яҡтыртыу буйынса рәссам булып эшләп йөрөй. Егеттең бейеүгә уҡығанлығын белгән режиссер Олег Ханов уны «Таштарҙа үҫкән мөхәббәт» спектаклендәге массалы бейеүҙә ҡатнашырға саҡыра. Йылғыр егет спектакль мәлендә яҡтылыҡ бирә, бейеү ваҡыты килеп етһә, йүгереп төшөп, спектаклдә бейей.
- Парым итеп Гөлфирә тура килде. Ә ҡулдарының һыуыҡлығы! Килтер әле, йылытайым булмаһа тип, устарын нығыраҡ ҡыҫтым. Шул ваҡытта был ҡыҙҙы эргәмдән ебәргем килмәне. Һәр ваҡыт янында ғына булғым килде, - ти Нәфис Ниязир улы.
- Ә мин, ғөмүмән, өшөмтәл кешемен. Нәфис ҡулдарымды тотоу менән унан килгән йылылыҡты тойҙом. Күңелем менән был кешенең эскерһеҙ, ябай, алсаҡ икәнлеген һиҙҙем.Эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла юлдар йыш ҡына бергә тап килде. Һуңынан, башҡа бейеүҙәрҙә Нәфистең миңә хеҙмәттәшенә кеүек кенә түгел, башҡасараҡ ҡарашта булыуын тойомланым. Һүҙҙәр һүҙгә ҡушылды, дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әйләнде. Олег Закир улы әле булһа мин һеҙҙе ҡауыштырҙым, тип көлә, - ти Гөлфирә Зәки ҡыҙы.
Нәфис ныҡышмал, еңмеш егет булып сыға. Бер йылдан һуң, кейәүгә сыҡ миңә, тип өҙмәй ҙә ҡуймай. Ә ҡыҙ, оялсан, хатта ата-әсәйем менән таныштырам тигән хәбәргә лә ҡото оса. Йылғыр егет «тоҙағын» әҙерләп ҡуя.
- Тыуған ауылым Ҡырғыҙ-Миәкәгә спектакль менән килдек. Гөлфирәне ата-әсәйемә нисек күрһәтергә икән тип оҙаҡ баш ваттым. Хәйләһен администратор Флүрә апай менән таптыҡ. Спектаклдән һуң мин ҡайтып киттем, ә ул, әйҙәгеҙ, бөтә бригаданы мунсаға саҡырҙылар тип, үҙе артынан эйәртә. Ышаналар. Бара торғас, Гөлфирә хәйләне һиҙеп ҡала. Мин өйҙән ҡаршы алырға сыҡтым. Килеп еттеләр, кермәйем, оялам, тип ҡапҡа төбөндә тик тора. Башҡа апайҙар, иптәштәре лә булғас, был «стрес»ты еңелерәк кисерҙе, - тип мут йылмая Нәфис.
- Нәфис тәҡдим яһағас та әле, әсәйем ныҡ торҙо. Үҙе бик тырыш, эште еренә еткереп эшләй. Шуға ла Нәфисте ныҡлы һынамайынса ризалығын бирмәне. Уның ҡарауы, аҙаҡтан иң яратҡан кейәүенә әйләнде. Шундай-шундай эште яратҡан кейәүемә генә ышанып тапшырам, тип әйтер ине. Ҡәйнәм дә иҫ киткес һәйбәт кеше. Һәрт ваҡыт төплө кәңәштәрен бирә. 20 йылдан ашыу йәшәйбеҙ, бер ауыр һүҙ әйтеп күңелемде яралағаны булманы. Рәхмәт уға, - ти актриса.
Сәфиуллиндар 25 йылға яҡын бергә татыу ғүмер кисерә. Уларҙың бер-береһенә йылы мөнәсәбәте әллә ҡайҙан һиҙелә. Мәҡәлә башында Гөлфирә иптәшен бик ипле, изге күңелле тип билдәләһә, Нәфис үҙенең хәләле тураһында: «Уға булған хистәремде аңлатырлыҡ һүҙҙәр таба алмайым. Шул тиклем яратам үҙен», тип кенә ҡуйҙы. Донъя көткәндә, иң мөһиме, бер-береңә ышанырға, дуҫ булырға кәрәк. Ышаныс булмаһа, юҡ-барға көнләшеп, ғауға ҡуптарһаң, ҡорған оя оҙаҡ тора алмай, тарҡала, тигән фекерҙә улар. Ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Өлкәне Гөлнәзирә БДУ-ла уҡый, театрҙағы «Арлекин» студияһында хореограф булып эшләй. Кесеһе Миләүшә һигеҙенсе класты тамамлаған, ул да ошо студияла шөғөлләнә.
Әлеге ваҡытта Нәфис театрҙа электр яҡтыртыу цехының баш белгесе булып эшләй, Гөлфирә үҙенең ҡыҙыҡлы, ҡабатланмаҫ ролдәре менән тамашасыны шатландырыуын дауам итә. Улар эштә лә, өйҙә лә бергә. Ялҡытып китмәйме, тигән һорауыма улар бер тауыштан:
- Юҡ, киреһенсә, беҙҙе театр берләштерә генә. Үҙебеҙҙе театрҙан башҡа бер ниндәй өлкәлә лә күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Эшеңде күңел һалып башҡарғанда ғына ул ҡыуаныс килтерә, - тине.