Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь 2019, 17:25

Премьера уҙҙы. Һағыш баҫты күңелде

Артистарыбыҙ театр миҙгеле ябылды тип тормай, матур тамашалар ҡуйыуын дауам итә. Уҙған аҙна улар сәхнәгә, Мостай Кәримдең тыуыуының һәм Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығы айҡанлы, шағирҙың повесы буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сығарҙы. Ул «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйылды.

Премьераның көнө итеп юҡҡа ғына 22 июнь - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн һайланмаған. Сөнки спектаклдә тап ошо әсе йылдар ваҡиғалары һүрәтләнә. Тамаша ғәҙәти булмаған шарттарҙа үтте. Артистар ҙа сәхнәлә уйнай, тамашасы ла шунда ултыра. Ә зал баҫыу-яландарға, йылға-күлдәргә, тауҙарға әүерелгән. Әҫәр аша һуғыш еле өлкәндәргә генә түгел, ә балаларға ла ҡағылыуын асыҡ аңларға була. Йәмил исемле бәләкәй малайҙың йөрәге шул тиклем ҙур, ул хатта бының менән әсәһен юғалтҡан Оксананың күңелен дауалай, тормоштоң йәмен тойорға өйрәтә. Ошо хәлдәрҙе ябай тамашасы күңеленән үткәрә, бергә янып-көйә, ҡайғыра.

Роза Камалова, тама-шасы:

- Бөгөн иҫ киткес тама-шаға шаһит булдыҡ. Театрҙы һөйәм, йыш йөрөйөм, әммә бындайҙы күргән юҡ ине әле. Артистар шул тиклем матур, ихлас уйнай. Айырыуса Йәмилде уйнаған йәш актер Радмир Дәүләтбаевҡа, афарин, тип әйтке килә. Фронтҡа киткән атаһы Оксананы алырға килгәс, малайҙың бөтә донъяһы емерелгәндәй тойола. Ҡыҙҙы ебәрмәҫ өсөн, ул ниндәй генә аҙымға бармай, әрнеп, ысын күҙ йәштәре менән илай. Шул мәлдә урынымдан торғом, Йәмил эргәһенә барып: «Улым, һинең уға өйләнергә мөмкинселегең бар. Бәхетеңде ҡулыңдан ысҡындырма. Шул ваҡытта мәңге бергә булырһығыҙ», - тип әйткем килде. Саҡ тыйылып ҡалдым, - тип, үҙе лә күҙ йәштәрен һөрткөләп ҡуйҙы.

Спектаклде ҡарарға театр тәнҡитселәре лә килгәйне. Улар ҙа үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

Динә Дәүләтшина, Баш-ҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:

- Режиссер бала саҡ һәм һуғыш темаларын һайлап бик отошло иткән. Бөтә коллективтың тырыш хеҙмәте һиҙелә. Әле ул яңы бешкән бәлешкә оҡшаған. Минеңсә, спектакль үҫешергә тейеш, уның киләсәге бар. Был эште бик ентекле, иғтибар менән күҙәттек һәм ул беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы.

Рида Буранова, З.Ис-мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы:

- Шағирҙың юбилейына бик шәп бүләк яһағандар. Афариндар! Актерҙарҙың үҙ ролдәренә ғашиҡ булып уйнағандарын ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, һоҡланып ҡарап ултырҙым. «Беҙҙең өйҙөң йәме»нең ғүмере оҙон булыуын, ижади коллективҡа яңы үрҙәр теләйем.
Читайте нас: