газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июнь 2019, 12:13

Моңло кеше лә бәхетле була

Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең булмышы менән ерҙе биҙәп йәшәй. Тәскирә Фәтҡуллинаның да һәр яҡлап булдыҡлы, изге йөрәкле әсәй, хәстәрлекле өләсәй, таянырлыҡ туған һәм дуҫ булыуы күптәрҙе һоҡландыра. Ошо араларҙа ул 50 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Матур май айында донъяға килгәнгәлер уның йөрәгендә ҡояш йылыһы балҡый.

Һеҙ, моғайын, сәхнә кеше-һелер, тип таныша ханымды тәүгә күргәндәр. Уныһы ла яңылыш түгел, заманында сәнғәт училищеһынан йәш ҡыҙҙы уҡырға ебәреүҙәрен һорап, уның белем алған урынына ике тапҡыр саҡырыу килә. «Моңло кеше бәхетһеҙ була», - ти әсәһе. Һылыу күңеле менән йыр-моңға тартылһа ла, әсәһенең һүҙен йыҡмай.

- Ғөмүмән, беҙгә ата-әсәй өлгө булды. Уларҙың тәрбиәһе, ипле һүҙҙәре күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралтты. Тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтә-гәндәре, илһамландырғандары өсөн бик рәхмәтлемен. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек. Ауыр ҙа булғандыр инде. Әсәйем атайымдың иҫке кейемдәренән беҙгә кейем-һалым текте. Ул тегеү машинаһында эшләп ултырғанда, гел йырлай торғайны. Мин бәләкәй генә сағымда әсәйемдең арҡаһына терәлеп ултырып, ҡушылып йырлаған була инем, - тип хәтергә төшөрә Тәскирә Ғиниәтулла ҡыҙы.

Ул - Мәләүез районы ҡыҙы. Һабаш мәктәбендә уҡығанда йыр буйынса бар мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Урта белем алғас, ҡыҙ район үҙәгендә ауыл төҙөлөшө мастеры һөнәрен үҙләштерә. Элгәре йәштәрҙе йүнәлтмә буйынса эшкә ебәргәндәр. Яҙмыш еле Тәскирәне Межгорье ҡасабаһына илтә. Буласаҡ тормош иптәше менән дә ошо төҙөлөштә таныша. Ябыҡ ҡасаба булыуы сәбәпле, артистар концерт менән килмәйҙәр. Тәскирә йыр-моңдо һағына башлай. Ул оҙаҡ уйлап тормай, мәҙәниәт йортона юллана. «Минең йырлағым килә», - ти ул клуб етәксеһенә. Бер ай эсендә ансамблгә үҙе һымаҡ йыр-моң һөйөүселәрҙе туплап, концерт ҡуя һәм конкурстарҙа ҡатнаша башлай. «Үҙебеҙҙең Фәрхи», тип йөрөтәләр уны унда барыһы ла.

1999 йылда ғаилә Салауат ҡалаһына күсенергә ҡарар итә. Ике ҡыҙын мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына урынлаштырып, тормош иптәше Илдус менән ремонт-төҙөлөш идаралығында хеҙмәт итәләр. Тәскирә буш ваҡыттарында «Алмаз» мәҙәниәт һарайына йыр түңәрәгенә йөрөй. Уның сәхнәләрҙә сығыш яһауы береһен дә битараф ҡалдырмай - һоҡланыу хисе уята. Ул төп эш урынында ла, мәҙәни конкурстарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Уның оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте, таланты бихисап Маҡтау грамоталары менән баһалана.

2012 йылдарҙа ҡалала төҙөлөш ойошмаһы тарҡалғас, Тәскирә Ғиниәтулла ҡыҙы тиҙ арала һаҡсы һөнәренә танытма ала һәм Себер тарафтарына сығып китә. Бер нисә йыл вахта ысулы менән һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Тап ошо осорҙа шәхси тормошонда бик ауыр саҡтарҙы кисерә: уның оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән тормош иптәше яҡты донъя менән хушлаша. Ҡыйын ваҡыттарында ике ҡыҙы ике ҡанатындай терәк-таяныс була, ярҙам итә.

Өлкән ҡыҙы Гөлназ ашнаҡсы һөнәре буйынса балалар баҡсаһында эшләй. Уның улы Айгиз спорт ярата, кадет мәктәбенә уҡырға барырға әҙерләнә, ә кескәй Самира бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ә икенсе ҡыҙы Ләйсән бейеү мәктәбендә тырышып хеҙмәт итә.

- Баланың балаһы балдан татлы, тиҙәр. Гөлназ ҡыҙым менән кейәүем мине бәхетле өләсәй итте, ҡурсаҡтай матур ейәнсәр менән ейәнем - минең иң ҙур шатлығым! - ти ул.

Моңло кеше бәхетһеҙ була, тигәнгә ышанырға ярамайҙыр. Тәскирә Фәтҡуллинаның бәхете йырҙарҙа ла, эшендә лә. Ул февраль айында Санкт-Петербург ҡалаһына һаҡ хеҙмәтенә вахта ысулы буйынса эшкә урынлаша. Ә шулай ҙа уның иң ҙур бәхете - балаларында.


Читайте нас: