газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь 2019, 11:16

«Науруз»дан илһам алып

1 июндән 8-енә тиклем Ҡазанда «Науруз» XIV Халыҡ-ара театр-фестивале уҙҙы. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан башҡорт театр сәнғәтенә бағышланды. Республиканан барлығы алты театр ҡатнаша. Улар араһында беҙҙекеләр ҙә бар.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары фестивалгә А.Островскийҙың «Глумов» спектаклен алып барҙы. Үҙебеҙҙә юғары баһа алған сәхнә әҫәре Татарстан тамашасыһын да әсир итте.

- Өфөлә 30 майҙа «Туған-лыҡ» фестивале тамамланыуға Ҡазанда театр фестивале баш-ланды. Ике туғандаш респуб-лика бер-береһенә эстафета тапшырып, матур байрам бүләк итте. Бик күләмле, мәртәбәле булды. Беҙ беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, күңелдә тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалды. Быға тиклем фестивалгә гел бер үк театрҙы ебәрерҙәр ине. Әле иһә күршеләребеҙ стәрлета-маҡтарҙы, Өфө Ҡурсаҡ, «Нур» татар, Милли йәштәр театрҙа-рын күреү ҡыуаныслы булды, - ти театрҙың ижади коллективына идара итеүсе Рөстәм Фазылов.

Сарала Дағстандан, Әзер-байжандан, Үзбәкстандан, Ҡыр-ғыҙстандан, Тыва республикаһы-нан, Яҡутстандан, Румыниянан да ҡунаҡтар була. Татарстандың үҙенең коллективтары ла сығыш яһай. Әйтеп үтеүебеҙсә, беҙҙе-келәр «Алтын битлек» премия-һының лонг-листына ингән «Глумов» спектаклен күрһәтә.

- Ҡазан тамашасыһы бик мәҙәни халыҡ, сөнки унда театрҙар бик күп. Әле лә уларҙың зал тултырып килеүенә шик юҡ ине. Ябай тамашасылар менән бер рәттән спектаклгә фестивалдә ҡатнашҡан башҡа театр артистары, режиссерҙары баһа бирҙе. Салауаттар рус классикаһына тотонған, нисе-герәк ҡуйырҙар, ниндәй формала эшләрҙәр икән, тип ҡыҙыҡһынып көтөп ултырҙылар. Республикала, ғөмүмән, ундай формалы спектаклдәр юҡ. Шөкөр, рәхәтләнеп уйнаныҡ сәхнәлә. Спектаклдән сығып та өлгөрмәнек, интернетта комментарийҙар күренде. Мәҫәлән, театрҙы бик һөйгән бер тамашасы былай тип яҙа: «Башҡорттар тағы таң ҡалдырҙы. Иҫ киткес, үҙендә төрлө жанр йыйған тамаша... Актерҙарҙың уйнауына һоҡланып ҡарап ултырҙым. Афарин», тиелгән. Иң ҙур баһа ошо түгелме ни! Фестивалдә һуңғы йылдарҙа иң яҡшы театрҙы билдәләп, урындар биреүҙән ситләштеләр. Был дөрөҫ тә. Сөнки фестиваль булғас, ул ярыш түгел, ә коллективтарға үҙ-ара осрашып һөйләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биргән театр байрамы булырға тейеш, тигән фекерҙә ойоштороусылар, - ти Рөстәм Рамазан улы.


Читайте нас: