газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июнь 2019, 11:25

“Дуҫлыҡ” бейетер, үрҙәргә мендертер

Балалар ижады һара-йының «Дуҫлыҡ.ru» бейеү ансамбле ошо көндәрҙә 10 йәшлек юбилейын билдәләне. Ансамбль 170-тән ашыу бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе берләштерә. Коллектив үткәрелгән һәр бер сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бик күп исемдәргә, төрлө наградаларға лайыҡ булған. Беҙгә быларҙың барыһы хаҡында ла ансамблде ойоштороусыларҙың береһе Ирина Булгакова һөйләне.

- Коллектив нисек барлыҡҡа килде?

- Ансамблгә 2009 йылда 25-се башҡорт гимна-зияһында нигеҙ һалынды. Бейеү түңәрәге асыу теләге менән ул ваҡыттағы белем усағы директоры Фруза Хәбибул-линаға мөрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең башланғысты күтәреп сыҡты һәм ярҙам ҡулы һуҙҙы. Тәүҙә өс йыл гимназия бинаһында эшләнек, һуңынан, бейергә теләүселәр күбәйгәс, балалар ижады һарайына күстек.

- Ә ни өсөн ансамблдең исеме «Дуҫлыҡ.ru»?

- Дуҫлыҡ - иң изге, йылы мөнәсәбәтте аңлатыусы төшөнсә. Мәҫәлән, “Кеше - дуҫы менән, ҡар бөртөктәре менән көслө”, тиҙәр. Беҙ шул матур һүҙгә «ru», йәғни заманса нота өҫтәнек.

- «Дуҫлыҡ.ru» ун йыл элек барлыҡҡа килде, тинегеҙ. Беренсе уңыштар ҡасан башланды?

- Асылған йылда уҡ «Яҙғы тамсылар» ҡала конкурсында ҡатнаштыҡ, әммә урын алып булманы. Ике йылдан һуң Чебоксар ҡалаһында уҙған бәйгелә 2-се һәм 3-сө урындарҙы яуланыҡ. Был конкурсҡа бик көслө коллективтар килгәйне. Улар араһында бөтә донъяға билдәле булған, Голливуд сәхнәһендә бейегән Елена Барткайтис ансамбле менән бер сәхнәлә сығыш яһау беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды, ҡыуанысыбыҙҙан күктең етенсе ҡатында инек. Шул уҡ йылда Өфөлә үткән фестивалдә беренсе урын алдыҡ. Ғөмүмән, ике йылдан һуң һөҙөмтәләр һиҙелде.

- Ансамблдә нисә уҡыусы?

- Бөтәһе 170 бала йөрөй. 4-5 йәшлек кескәйҙәр өсөн «Дуҫлыҡ.Kids» төркөмөн астыҡ. Беренсе кластан йөрөүселәр алты-ете йыл шөғөлләнә. Уҡып сығыусыларға танытма бирәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр танытма алғас та, түңәрәккә йөрөүҙәрен дауам итә. Сөнки улар бейеүһеҙ йәшәй алмай.

- Бейеүҙең ҡуйылышы менән кем шөғөлләнә? Студияғыҙҙа ниндәй йүнәлештәр бар?

- Бөтәбеҙ ҙә. Мин заманса хореография өсөн яуаплы. Айгөл Ханнанова - классик бейеү, Гөлнара Баһаутдинова - акробатика һәм гимнастика, Әнисә Сәфиуллина режиссерлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡайһы ваҡытта театр түңәрәгенең етәксеһе Наталья Корепанова ярҙам итә. Мәҫәлән, уның кәңәше буйынса ҡуйылған бейеү менән Мәскәү ҡалаһында 1-се урын яуланыҡ. Һәр бейеүҙе үҙенсәлекле, сағыу, төрлө стилдә эшләргә тырышабыҙ.

- Һеҙҙең балалар менән эшләү үҙенсәлеге ниндәй?

- Беҙҙә демократия (көлә). Әгәр балалар менән ҡаты, уҫал итеп һөйләшһәң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Улар үҙҙәренә бикләнәсәк. Заманса бейеүҙә иң мөһиме - иркенлек. Әммә тәртип бар.

- Тағы ла ниндәй ҡаҙаныштарығыҙҙы әйтеп үтер инегеҙ?

- Беҙҙең тәрбиәләнеүсе Полина Берлина Мәскәү ҡалаһында үҙе ҡуйған бейеүе менән 3-сө урын алды. “Бейеүҙәр” тапшырыуында ҡатнашыусы, билдәле хореограф Иван Ишоев балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ул да Полинаны иң яҡшы бейеүсе, тип билдәләне. Февраль айында беҙҙең ҡалаға Лондон хореография академияһын тамамлаусы, АҠШ-та балетмейстер булып эшләүсе Анна Фомина килде. Ул дүрт сәғәт эсендә балалар менән бейеү номеры уйлап сығарҙы. Уның әйтеүенсә, балалар ижад итергә оҫта, бейеүгә һәләттәре бар. Был профессионал бейеүселәрҙең беҙҙең уҡыусыларыбыҙға ҙур баһа биреүе, әлбиттә, шатландыра.

Май айында Санкт-Петербург ҡалаһында Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә беренсе урын һәм дүрт 2-се урын яуланыҡ. Буш ваҡыттарҙа ҡала буйлап экскурсияла йөрөнөк. Иҫ киткес яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.

- «Дуҫлыҡ.ru» балалар ансамблен юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: