Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июнь 2019, 11:24

«Беҙҙең Ҡудашева» тиҙәр уның хаҡында

Кешегә ғүмер итеү өсөн һауа, һыу, уттан башҡа моң да кәрәк. Ул дәртләндерә, ҡанатландыра, һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә. Геройым Рафиға Вахитова ла йыр-моңһоҙ йәшәй алмай. Бәләкәй сағынан уҡ йырлағас, уны «Беҙҙең Ҡудашева» тип тә атайҙар.

Рафиға апай һигеҙ йәшендә әсәйһеҙ ҡалып, атаһы тәрбиәһендә үҫә. Ул ҡәҙерлеһен бик яратып иҫкә ала.

- Атайым ун алты йыл репрессияла булған. Ул үтә сабыр холоҡло, халыҡ йырҙарын бик матур йырлай ине. Йырға булған һөйөүем унан күскәндер.

Һуғыштан һуң тыуғандарға бик ауырға төштө. Аҡса һәм кейем-һалым булмау сәбәпле, бала саҡтан хыялланған мәҙәниәт-ағартыу училищеһына бара алманым. Шулай ҙа беҙ бер ваҡытта ла зарланманыҡ, уйын, йыр-моң беҙгә йәшәргә көс бирҙе, тәбиғәттән көс алып, көндөҙ колхоз эшендә, кистәрен клубта күңелдәрҙе күтәрә инек. Һағынып иҫкә алам шуларҙы, хәҙер өҙҙөрөп уйнаған гармун тауыштары бала сағымды, киске уйындарҙы иҫкә төшөрә, - ти Рафиға апай.

Тормош бит ул моңло ла, һағышлы ла бер йыр һымаҡ. Уның һынауҙарын үткәндә, төрлө ҡаршылыҡтарға ла осрарға тура килә. Тик көслө рухлылар ғына уны еңеп сыға, түҙә. Минең геройыма ла яҙмыш һынауҙар биреп кенә тора. Тормош иптәше илле ике йәшендә генә яҡты донъянан китә. Рафиға апай өс ҡыҙы менән яңғыҙы тороп ҡалһа ла, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, балалары хаҡына башкөлләй эшкә сума, һағыштарын йыр-моңға һала.

Тормош яйлап дауам итә. Сауҙа техникумын тамамлаған Рафиға Лотфулла ҡыҙы ниндәй һөнәр буйынса ғына эшләмәй. Ул ашнаҡсы, буфетсы, тауар белгесе, ҡамыр әҙерләүсе, һаҡсы ла була. Уның дөйөм эш стажы ҡырҡ йыл. Һәр хеҙмәт иткән эш урыны күңеленә яҡын.

Йыр-моңға ғашиҡ ханым ҡалала үткән һәр мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Яҙмыш Рафиға апайҙы ошондай концерттарҙың береһендә икенсе тормош иптәше менән таныштыра. Улар бергәләп тормош та көтә, баҡса ла үҫтерә, мәҙәни сараларҙа ла бергә ҡатнаша. Әммә хаҡлы ялға сығыу менән ул тағы ла ауыр юғалтыуҙар кисерә. Тәүҙә тормош иптәше, һуңынан ейәне һәләк була. Тормош түҙә алмаҫлыҡ ауыр булғанда ла, йәшәй белергә кәрәк, тип үҙен ҡулға алырға тырыша Рафиға апай. Был ауыр саҡтарҙа уға балалары, йыр-моң һәм ҡул эштәре ярҙам итә.

Әлеге көндә Рафиға апай «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең һәм «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының «Хаят» төркөмөнөң әүҙем ағзаһы. Ул үҙе һәм төркөмдәре менән ҡалала, республикала, ил буйынса үткән конкурстарҙа призлы урындар яулай. Шулай уҡ һәр мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, ҡыҙҙарының, ике ейән һәм ейәнсәренең шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәй. Бәйләм бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ғөмүмән, яҡындары өсөн матурлыҡ тыуҙыра.


Читайте нас: