газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Май 2019, 11:09

Һәр миҙгел -яңы асыш

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 86-сы ижад миҙгелен А.Финканың «Голубцы» спектакле менән япты.

Спектакль тамамланыу менән ижади коллективты ҡотларға сәхнә түренә ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова күтәрелде.

- Ҡала хакимиәте исеменән 86-сы ижад миҙгеленең тамамланыуы менән ҡотлайым. Һеҙ беҙҙе илатаһығыҙ ҙа, шатландыраһығыҙ ҙа, кәйефте күтәрәһегеҙ, шулай беҙҙең тормошобоҙға сағыу тәьҫо-раттар бүләк итәһегеҙ. Шуға күрә лә беҙ түҙемһеҙлек менән киләһе 87-се миҙгел-дең асылыуын көтәсәкбеҙ. Ҡалабыҙҙың талантлы актерҙарына беҙ яңы һәм лайыҡлы ролдәр теләйбеҙ. Салауат башҡорт дәүләт драма театры республика ғына түгел, илебеҙҙең сәхнәләрендә лә юғары кимәлдә сығыш яһай. Беҙ коллективтың эшен яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, - тине ул.

Барыһына ла билдәле булыуынса, театрҙың ижад миҙгеле ябылғанда «Йыл актеры»н билдәләү йолаһы бар. Был премияға кемдең лайыҡ булыуын иғлан итеү Әлфиә Ринат ҡыҙына йөкмәтелде. Шулай итеп, «Йыл актеры» исеменә БР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлфирә Сәфиуллина эйә булды.

- Был премияны йыл да көтөп алабыҙ, тулҡынланабыҙ. Быйыл уға мин лайыҡ тип табыуҙарына бик шатмын. Тамашасыларға, коллективыма минең ижадымды шулай юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен, сөнки был минең бер үҙемдең генә хеҙмәтем түгел, ә барыбыҙҙың да бергәләп ирешкән уңышыбыҙ, тип иҫәпләйем, - тине ул.

Салауат театрының 86-сы ижад миҙгеленә күҙ һалһаң, ул емешле генә булған. Театр республиканың барлыҡ район-ҡалаларына тиерлек, Пермь крайына һәм Татарстанға гастролдәр менән сыҡҡан. Бөтәһе ошо арауыҡта 212 тапҡыр спектакль күрһәтелгән һәм уларҙы 40 меңдән ашыу тамашасы ҡараған. Режиссерҙар, артистар тамашасыларҙың зауығына тап килерҙәй яңынан-яңы премьералар сығарып ҡыуандырып ҡына тора. Илдар Вәлиев ҡуйыуындағы Э.Йәһүҙиндың «Көтмәгәндә булған хәл» музыкаль комедияһы, Илсур Ҡаҙаҡбаев режиссерлығындағы Г.Ғиз-зәтуллинаның «Йәннәт һулы-шы» мелодрамаһы, Илнур Муллабаев сәхнәгә сығарған А.Финканың «Голубцы» коме-дияһы һәм Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған О.Жанайдаровтың «Бер, ике, өс...» салауаттарҙың күңеленә хуш килде. Бынан тыш, мәҙәниәт усағы «Театр инвалид балаларға» һәм «Театр төнө» изге социаль проекттарҙы дауам иткән. «Арлекин» балалар театр студияһы ла үҙенең эшен емешле алып барған.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры етәкселеге белдереүенсә, театр миҙгеле ябылһа ла, театр үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатмай әле. Улар «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыу өсөн әҙерләнә. Унда улар Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Бер, ике, өс...» спектаклен күрһәтәсәк. Һуңынан ижади коллектив «Глумов» спектакле менән Ҡазанға «Науруз» театр фестиваленә барасаҡ. Шулай уҡ 22 июнгә яңы премьера, М.Кәримдең повесы буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле әҙерләүен дә онотмайыҡ. Ә яңы миҙгелде инде Салауат башҡорт дәүләт драма театры 4 октябрҙә асасаҡ һәм ул мәҙәниәт усағы өсөн тағы ла ижади уңыштар алып килер, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: