Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2019, 11:48

«Беҙҙең өйҙөң йәме» - Салауат сәхнәһендә

Бөгөн театр миҙгеле ябыла. Шуға ҡарамаҫтан, театр хеҙмәткәрҙәре ял итергә ашыҡмай, өр-яңы спектакль өҫтөндә эшләй.

Оҙаҡламай тамашасы сәхнәлә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен күрә ала. Әҫәр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйыла. Спектаклде сәхнәгә сығарыу өсөн Ҡазандан Ренат Әйүпов саҡырылған. Әҙерлек барышын режиссерҙың үҙенән белешергә булдыҡ.

- Ренат Мирзахәсән улы, Салауат тарафтарына нисек килеп эләктегеҙ?

- 1 июндән 8-енә тиклем Ҡазанда «Науруз» Халыҡ-ара театрҙар фестивале үтә. Быйыл ул Башҡортостан театрҙарына бағышлана. Республиканан бишкә яҡын коллектив Татарстанда сығыш яһай. Фестиваль ике туғандаш республика араһындағы дуҫлыҡ күперен, милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында һәм Театр йылы йәһәтенән уҙғарыла. Тап Салауат театры менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү уйы менән театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡазаҡбаевҡа бәйләнешкә сыҡтым. Мин үҙемдең әҫәрҙе тәҡдим итергә тейеш булһам да, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл икәнлеген иҫәпкә алып, Илсур Юлай улы шағирҙың «Беҙҙең өйҙөң йәме»н тәҡдим итте. Ҡаршы килмәнем, саҡырыуҙы бик йылы ҡабул иттем. Ул үҙе лә һуңғараҡ беҙҙә спектакль ҡуясаҡ.

- Ҡала һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Салауат артистары менән һеҙ тәүгә осрашаһығыҙмы, әллә элек тә бергә эшләгәнегеҙ булдымы?

- Ҡала тыныс, уңайлы ғына. Башҡортостанда был минең минең икенсе эшем. Тәүгеһе Өфө «Нур» театрында булды. Артистар менән тәүгә осрашыуым. Күңелдә ниндәйҙер тулҡынланыу булһа ла, килеп кергәс, бөтә шик-шөбһәләр таралды. Спектаклдә бөтә труппа ҡатнаша. Белеүемсә, театрҙа төрлө режиссерҙар менән эшләү тәжрибәһе ҙур. Был артист өсөн үтә лә мөһим. Сөнки ул бер урында тапанмай, ә үҫешә, камиллаша. Труппа бик шәп, әйткәнде ярты һүҙҙән аңлап торалар. Былай булмай, тегеләй килеп сыҡмай, тип мыжымайҙар. Телдең яҡынлығы ла эште еңеләйтә. Башҡорт теле ул шул тиклем моңло, күңелгә май булып яғыла. Текстарҙы уҡығанда, тыңлағанда ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Бөйөк шағирҙың әҫәрен оригиналда, йәки башҡорт телендә сәхнәгә сығарыу минең өсөн ҙур мәртәбә, тәжрибә.

- Әҫәргә яңы тотонғанһығыҙ, буғай? Ниндәй эштәр башҡарып өлгөрҙөгөҙ?

- Повесты тулыһынса ныҡлы, ентекле итеп уҡып сыҡтыҡ. Тамашасыға төп теманы еткереү маҡсаты ҡуйылды. Хәҙер репетициялар тулы ҡеүәттә бара.

- Премьера ҡасанға планлаштырылған?

- 22 июнь тип уйлайбыҙ. Датаһы ла ябай түгел, һуғыш башланған көн. Әҫәр ҙә шул турала.

- Салауат тамашасыһының талаптарын беләһегеҙме?

- Тамашасы ҡайҙа ла бер үк, тип уйлайым. Әгәр театр коллективы сәхнәлә ихлас уйнай, бер ниндәй яһалмалылыҡ юҡ икән, шул сағында тамашасы менән актерҙар араһында бәйләнеш була. Ә ундай бәйләнештең Салауат театрында мотлаҡ булыуына бер шигем дә юҡ.

- Спектакль аша ниндәй фекер еткерергә уйлайһығыҙ тамашасыға?

- Һуғыш ваҡытында украин ҡыҙы Оксананың күҙ алдында иң ҡәҙерле кешеһе - әсәһен атып үлтерәләр. Бала оло күңел яраһы ала. Ә Йәмил исемле башҡорт малайы ҡыҙҙың яралы күңелен дауалай. Һеңлеле булдым тип шатланғанда ғына Оксананың үҙ атаһы ҡайтып инә. Туғанлашҡан балаларҙы айыралар һәм Йәмил ҡабаттан яңғыҙ ҡала. Оксана өйҙәренең йәмен алып китә. Уйлап ҡарағыҙ әле, шул заманда башҡорт ғаиләһе украин ҡыҙын үҙ итеп, ҡанат аҫтына һыйындырған, ярҙам иткән. Тимәк, милләт айырыу тигән нәмә булмаған. Мостай ағай быны асыҡ күрһәткән. Ә хәҙерге заманда кеше үҙ-үҙенә йомола, бер-береһенән ситләшә, аралашмай, һөйләшмәй, берҙәмлек юҡ. Һәр кем үҙ яғын ҡайыра. Артабан да бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам булмаһа, күңел тарҡалыуы ихтимал. Шул турала ла саң ҡағам.

- Төп ролдәрҙе кемдәр башҡара?

- Йәмил ролендә Риф Мусин менән Радмир Дәүләтбаев, Оксананы Гөлсәсәк Зарипова менән Нәзифә Аласова уйнай. Йәмилдең әсәһен уйнау Наҙгөл Иҫәнбаеваға йөкмәтелгән, өләсәһе - Гөлсәсәк Шәрипова, атаһы - Фәтих Ҡолһарин. Ҡыҙҙың әсәһе - Нәркәс Йомағужина, атаһы - Риза Мәһәҙиев.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Түҙемһеҙлек менән премьераны көтөп ҡалабыҙ.


Читайте нас: