Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Май 2019, 10:59

Милләтебеҙҙе таныталар, мәҙәниәтебеҙҙе тараталар

Милли мәҙәниәтебеҙ - халҡыбыҙҙың асылы, булмышы ул. Ҡалабыҙҙың һәр яҡлап та һәләтле, дәртле ҡатын-ҡыҙҙары башҡорт милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай тергеҙеү, үҫтереү, халыҡҡа таратыу менән шөғөлләнеүе тик маҡтауға лайыҡ. Улар үҙ рәттәренә күптәрҙе, шул иҫәптә йәштәрҙе лә ылыҡтыра, төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып маһирлыҡтарын күрһәтә. Бына яңыраҡ 4-се моделле тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы нигеҙендә ойошторолған «Селтәр» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы ағзалары Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксарға барып «Быуаттарҙың алтын йәшмәләре» тигән фестиваль конкурста ҡатнашып, лауреат исеме менән ҡайтты.

- Былтыр беҙ, «Селтәр» клубы, Өфө ҡалаһына «Милли костюмдар калейдоскопы» тигән төбәк-ара конференцияға дефиле-бейеү менән барып, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайтҡайныҡ. Ул ваҡытта мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙе шәхсән килеп беҙҙең коллективҡа, инәйҙәребеҙгә һоҡланыуын белдереп, рәхмәтен әйткәйне. Сыуашстан вәкилдәре лә беҙҙе күреп, оҡшатып, үҙҙәренә ошо фестивалдә ҡатнашырға килегеҙ тигәйнеләр. Һуңынан инде телефондарҙы табып, яңынан бәйләнешкә инеп, рәсми рәүештә саҡырҙылар. Мин тәү сиратта үҙебеҙҙең ҡаланың мәҙәниәт бүлегенә мөрәжәғәт иттем. Бүлек етәксеһе Әлфиә Ринат ҡыҙы һәр коллективтың башланғыстарын хупларға, ярҙам итергә әҙер. Был юлы ла мәҙәни сәфәребеҙҙе ойоштороуҙа ярҙам итте, уға бының өсөн ҙур рәхмәт, - тип һөйләй 4-се моделле тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире, «Көмөш тәңкә» әҙәби-фольклор түңәрәге, «Селтәр» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы етәксеһе Гөлнара Хәйбуллина.

Юлға фатиха алып ете кешенән торған беҙҙең ҡала делегацияһы күрше төбәккә юллана. Юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәй беҙҙең дәртле апайҙарға. Улар күңелле итеп, Башҡортостаныбыҙ, үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап бара. Салауат коллективын Сыуашстандың баш ҡалаһында бик матур итеп ҡаршы алалар. Уларҙы иң һәйбәт ҡунаҡханаларының береһенә урынлаштыралар. Төбәк-ара сараға Башҡортостандан тыш, Удмурт Республикаһынан, Марий Иленән, Мордовиянан, Төмәндән, Ульяновскиҙан, Һарытауҙан киләләр.

- Беҙ был фестивалдә үҙебеҙҙе бик яҡшы, лайыҡлы күрһәттек, тип уйлайым. Унда республика исеменән барыу беҙҙең өсөн үҙе бер ғорурлыҡ, мәртәбә, - ти Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы. - Беҙҙең түшелдеректәребеҙ, ҡашмауҙарыбыҙ бик сағыу ине. Үҙебеҙ менән башҡорт балын, ҡымыҙын, аш-һыу, шулай уҡ милли костюмдарҙағы ҡурсаҡтарыбыҙҙы алып барҙыҡ. Бынан тыш, үҙебеҙҙең ҡулыбыҙ менән тегелгән милли кейемде лә, заманса итеп башҡорт орнаменттары менән биҙәлеп эшләнгән билбауҙарҙы һәм еңсәләрҙе, милли биҙәүестәребеҙҙе, ҡорамабыҙҙы күргәҙмәгә ҡуйҙыҡ. Уларҙың барыһы ла үҙебеҙҙең ҡыҙҙар: Мәйсәрә Хәйрова, Дилара Ғүмәрова, Гөлсинә Ниғмәтуллина, Хаят Рамазанова, Альфира Ҡаҙаҡҡолова, Альбина Хәйбуллина һәм минең тырышлыҡ менән әҙерләнде. Шулай уҡ сәхнәлә бейеү-дифелебыҙҙы күрһәттек.

Салауат ҡалаһының башҡорт апайҙарын Чебоксар ҡалаһында уҡып йөрөүсе Стәрлетамаҡ ҡыҙы килеп таба. Үҙемдең туғандарымды күргән кеүек булдым тип шатлана ул. Фойела ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлағанда Андрей Никоноров тигән егет килеп, бала саҡтан башҡорт ҡымыҙын эсеп ҡарарға хыялланыуын әйтә һәм бик тәмле тип маҡтай.

- Тәьҫораттар бик матур. Сыуаш халҡы бик ҡунаҡсыл. Һәйбәт итеп ҡаршы алды. Беҙҙе тағы ла үҙҙәренең сараларына саҡырып ҡалдылар. Үҙебеҙҙе күрһәтеү менән бергә үҙебеҙ өсөн дә күп нәмәләр алдыҡ. Төрлө милләт вәкилдәре менән аралашыу, мәҙәни-ара тәжрибә уртаҡлашыу фәһемле булды. Сыуашстанда милли кейемдәрҙе замансалап тегеүҙәре, уларҙы хатта көндәлек тормошта ла кейеп йөрөү мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе. Үҙебеҙҙең милли кейемде лә ошо йүнәлештә үҫтерергә кәрәк, тигән фекер тыуҙы, - ти Гөлнара Хәйбуллина.


Читайте нас: